Башҡорт донъяһы
1 Сентябрь 2023, 07:14

Ниндәй серҙәр һаҡлай сергетыш?

Оҫталар майҙанда йыйылды.

Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә “Иң яҡшы сергетыш (вальтрап) эшләүсе оҫта” конкурсы ла ойошторолдо. Халҡыбыҙҙың онотола барған был шөғөлөн тергеҙеүселәр һанының артыуы күҙәтелә. Билдәле булыуынса, башҡорттар үҙҙәренең тоғро дуҫы – атты, ат өҫтөндәге эйәрҙе, йүгәнде, уҡ-һаҙаҡтарҙы биҙәүгә лә ҙур иғтибар биргән, шуға күрә фестивалдә сергетыш оҫталарының да ҡатнашыуы ғәҙәти күренешкә әйләнде.

 

Кәсеп табышлыға әйләнә

 

Сергетыш – аттың эйәре аҫтына һалына торған әйбер йәки үңдек өҫтөнән эйәр аҫтына һалына торған тышлы кейеҙ. Кейеҙҙе ҡаплар өсөн төрлө төҫтәге йөн ептән туҡылған буй һыҙыҡлы балаҫ та ҡулланылған. Һуңғы йылдарҙа ағинәйҙәр һәр районға хас булған өлгөләрҙе тергеҙә. Уға заманса биҙәктәр өҫтәлә барыуы ла ҡыуандыра. Был юлы ла сергетыш эшләп, уларҙы күргәҙмәгә алып килеүселәр күп булды. Серге боронғо төрки теленән тәржемә иткәндә “туҡыма япма” тигәнде аңлата. Башҡорттарҙың хужалығында кейеҙ киң ҡулланылған, ул күп кенә милли йолаларҙа, шул иҫәптән ғаилә-көнкүреш, туй һәм дини сараларҙа ҡулланылған. Шулай уҡ уны бирнәлеккә лә әҙерләгәндәр. Ире йортона оҙатҡанда, атҡа эйәр аҫтына япҡандар. Ғәҙәттә, сергетыш менән биҙәлгән атта ир-егеттәр өйләнергә барған йәки һабантуйҙа ат сабыштарында ҡатнашҡан.

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан Мәрйәм Мәхмүтова конкурсҡа бик боронғо ҡомартҡыны – Яңылбикә Хәмитованың килен булып оҙатылғандағы сергетышын килтергән. Ул 1905 йылғы, артабан ҡыҙы Миңлеямалға күскән, унан һуң килененә ҡалған. Килене “Йәнтөйәк” фольклор ансамбленә тапшырған. Ағинәйҙәр бергәләшеп ҡәҙерле ҡомартҡының күсермәһен эшләгән, төп ҡомартҡыны бик ҡәҙерләп һаҡлап йөрөтәләр. Ишһылыу Рәжәпова менән “Хазина” төркөмө етәксеһе Рәзинә Ҡотлоғужина ла үҙҙәре эшләгән сергетыштарҙы баһалама ағзаларына тәҡдим итте.

Һәр сергетыш оҫтаһының эше төрлөсә, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым формала эшләнелгәндәре лә осрай. Ҡайһы бер оҫтабикәләр сағыу төҫтәге туҡымаларҙы һайлай, икенселәр, төҫтәрҙе уйнатып, төрлө биҙәк, һындар һалырға тырыша. Шулай уҡ сергетыш стилендә ултырғыс түшәктәре эшләүселәр ҙә осраны. Тимәк, ҡасандыр онотола барған һөнәр ҡайтанан яңыса һулыш ала, заманға ярашлы байыҡтырыла.

“Башҡорт аты” фестивалендә сергетыш яһаған оҫталар араһында конкурс ойоштороу уның ҡулланылыш даирәһен киңәйтә, киләсәктә туристар араһында һатыу мөмкинлеген дә арттыра. Оҫталарҙың эшенә һоҡланып, инәй-өләсәйҙәренең онотола барған шөғөлөнә хөрмәт менән ҡарап, уны үҙҙәре лә эшләү теләге менән ҡыҙыҡһынып һатып алалар. Шуныһы ҡыуандыра: был юҫыҡта аҡрынлап булһа ла эш йәнләнә, кәсеп яйлап табышлыға әйләнә бара.

 

Һөнәрмән ҡулынан һөйөнөр, даны алдынан барыр

 

Хәтеремдә, былтыр “Башҡорт аты” фестивалендә “Ат өҫтөнә ябыу өсөн сергетыш оҫтаһы” конкурсында Бөрйән районы ағинәйҙәренең “Кәрәҙ” ҡорама клубы (етәксеһе – Рәшиҙә Ғиз­зәтуллина) еңеүсе булғайны. Әйткәндәй, Рәшиҙә ханым Бөрйән районында “Сергетыш” проекты авторы ла. Быйыл да бөрйәндәр байрамға үҙҙәренә генә хас булған, тап Бөрйән ырыуына бәйле биҙәк-тамғалы, төрлө ҙурлыҡтағы сергетыштар алып килгән. Зәкиә Муллағолова, Сәлимә Ға­рифуллина һәм Венера Ҡарамышеваларҙың эштәренә һоҡланмау мөмкин түгел ине. Бөрйән оҫталары ниндәй генә сергетыш әҙерләмәгән! Кескәй генәнән алып ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эшләнгән сергетыштарҙың һәр береһенә уларҙың ҡул йылыһы һәм күҙ нуры һалынған.

Салауат районынан Гөлдәр Нәбиеваның эштәрендә күберәк Дим буйы башҡорттарының биҙәктәре өҫтөнлөк итә, Әбйәлил районының Рәхмәт ауылы уңғандары иһә сергетыштарына үҙҙәренә хас биҙәктәр һалған.

 

100 йыллыҡ ҡомартҡы

 

Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан Хафиза Баязитова быуындан-быуынға тапшырылған, бер быуаттан ашыу тарихы булған сергетыш алып килгән. Ҡәҙерле ҡомартҡыны өләсәһе Хазина әсәһе Файзаға тапшырған, хәҙер ул – Хафиза Баязитованың иң ҡәҙерләп һаҡлаған әйбере.

– Ысынлап та, был ҡомартҡы бик ҡәҙерле һәм тарихи. Белеүе­геҙсә, элек ҡатын-ҡыҙ һыбай йөрөгәндә эйәр ҡулланмаған, ә бына ошо сергетыштарҙы һалып ултырыр булған, шуға күрә уны һәр кем, йомшаҡ һәм уңайлы булһын өсөн, йөндө иләп, кейеҙ һуғып эшләгән. Бына, ҡарағыҙ әле, – ти ул, – был сергетыштың өҫтө бәрхәт менән уратылған, тамбурлы сигеү ҙә һалынған, йөндән матур суҡтар яһалған. Ҡараған һайын шул тиклем матур, үҙенсәлекле өлгөгә һоҡланам. Боронғолар һәр әйберҙе зауыҡ менән етештерә белгән, сифаты хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, – ти Хафиза ханым.

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткән йылда, Хафиза Баязитованың был өлгөһөн күреп, уның күсермәһен эшләргә тәҡдим иткәйне. Был юлы Әбйәлил оҫтаһы ҡомартҡы сергетыштың өр-яңы күсермәһен дә яһаған. Быйыл Хафиза Баязитова сергетыш оҫталары араһында беренсе урынды яуланы.

Күп оҫталарҙың сергетыштары, заманса биҙәктәр һәм билдәләр һалынып, үҙ ырыу тамғаларын сигеп эшләнгән. Заман үтеү менән боронғо әйберҙәр, ата-баба­ларыбыҙҙың шөғөлдәре онотола, юғала бара, тип уйлаусылар тәрән яңылыша. Бөгөн, киреһенсә, ата-бабаларҙың, инәй-өләсәйҙәрҙең кәсептәренә йөҙ борабыҙ, уларҙы өйрәнеп, заманға яраҡлаштырып етештергән оҫталар ҙа күбәйә бара. Киләсәктә, “Башҡорт аты” фестивалендә үткән аттар парадында һыбайлылар сергытыш оҫталарының үҙ ҡулдары менән эшләгән япмаларында ҡатнашыр әле.

- Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы

Бөрйән районының сергетыш оҫталары  Зәкиә Муллағолова, Сәлимә Ғарифуллина һәм Венера Ҡарамышева.
Тарихи сергетыш.
Хафиза Баязитова 100 йыллыҡ  сергетышты бик ҡәҙерләп һаҡлай.
Бөрйән районының сергетыш оҫталары Зәкиә Муллағолова, Сәлимә Ғарифуллина һәм Венера Ҡарамышева.
Читайте нас