Башҡорт донъяһы
2 Сентябрь 2023, 04:00

Ҡулдарың талмаһын, Рауза инәй!

Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында йәшәгән Рауза Ғафарованың ошо фотоһы бөтөн донъяны урап сыҡҡан!

Ҡулдарың талмаһын, Рауза инәй!Ҡулдарың талмаһын, Рауза инәй!
Ҡулдарың талмаһын, Рауза инәй!

Рауза инәй Урал аръяғында иң оҫта балаҫ һуғыусы булып танылған, әллә күпме оҫтаны үҙе белгән һөнәргә өйрәткән кеше. Үҙе иһә был шөғөлгә өләсәйҙәренән өйрәнә.

– Атайымдың әсәһе – Зәлифә өләсәйем балаҫ һуғыуҙың барлыҡ нескәлектәренә төшөндөрҙө. Әсәйемдең әсәһе, Мәрзиә Латипова иһә үҙенең станогын бирҙе. 1960 йылдан алып балаҫ һуғам, әҙер тауарымды һатам. Әбйәлил, Ейәнсура, Бөрйән райондарынан, Өфө ҡалаһынан да алыусылар бар. Ҡыҙ оҙатҡан ғаиләләр ала. Элек бит буяулы еп булманы. Йөндө иләп, үҙем буяп ала торғайным. Хәҙер генә уның ниндәй генә төрө, төҫө юҡ. Рәхәтләнеп һуғырға була балаҫтарҙы, – ти Рауза Шәрифулла ҡыҙы.

Рауза Ғафарова ошоға ҡәҙәр ике йөҙ самаһы балаҫ һуҡҡан. Уңған инәй тегеү, сигеү, бәйләм менән дә шөғөлләнә. Ул һәр саҡ һабантуйҙарҙа әүҙем ҡатнашып килгән. Үҙе һуҡҡан балаҫтар, сигеүле таҫтамалдар, бәйләнгән япмалар менән тирмәләрҙе биҙәй. Үҙе теккән башҡорт милли кейемдәрен дә күргәҙмәгә ҡуя.

Ҡашмау, селтәр кеүек биҙәүес әйберҙәрҙе әҙерләү өсөн күпме оҫталыҡ, тырышлыҡ кәрәк! Бының өсөн Рауза Шәрифулла ҡыҙы төрлө йылдарҙа Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.

– Балам, үҙеңә бер һөнәр булыр, тип атайым быйма баҫырға ла өндәне мине. Тәүҙә риза булмайыраҡ йөрөһәм дә, аҙаҡ бүләсәрем Диләгә бәләкәй сағында быйма кәрәк булғас, Түбәнең пимокатныйына барып өйрәндем.

Тап бөгөн 86 йәшен тултырған Рауза инәй әле лә яратҡан шөғөлөн ташламай, балаҫ һуға, донъя көтә, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй.

Төрлө төҫкә мансып, балаҫтар һуғыу – үҙе бер сәнғәт, ижад, күңел сағылышы. Ҡулдарың ғына талмаһын, Рауза инәй!

 

Фотолар һәм видео ғаилә архивынан алынды.

Ҡулдарың талмаһын, Рауза инәй!
Ҡулдарың талмаһын, Рауза инәй!
Ҡулдарың талмаһын, Рауза инәй!
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас