Башҡорт донъяһы
8 Сентябрь 2023, 10:15

Бер күлдәктән башланған мауығыу

Ҡабатланмаҫ өлгөләре хайран ҡалдырҙы

Бер күлдәктән башланған мауығыуБер күлдәктән башланған мауығыу
Бер күлдәктән башланған мауығыу

Бөгөн – Милли кейем көнө

Бер күлдәктән башланған мауығыу

Ҡабатланмаҫ өлгөләре хайран ҡалдырҙы

2020 йылдан Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Байрам Республикала йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә йәнә бер иғтибар итергә мөмкинлек бирә. Уны йылына ике тапҡыр апрелдең – өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр. Быйыл иһә байрам 8 сентябргә тура килә. Милли кейем көнө билдәләнә башлау менән традицион кейемдәрҙе тергеҙеү эше алға китте. Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған “Тамға” конкурсы ла традицион милли кейемдең уникаль ҡиммәттәренә, уның этник үҙенсәлегенә һәм төрлөлөгөнә иғтибарҙы йәлеп итә. Төрлө райондарҙан яңы оҫталар үҫеп сығып, милли кейем тергеҙеүселәрҙең хәрәкәте барлыҡҡа килде. Улар үҙ-ара берләшеп, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, марафондар ойоштороп, милли кейем тергеҙеү эшен тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.

Милли кейем көнөндә гәзит уҡыусыларҙы һоҡланғыс оҫтабикә, үҙ һөнәрендә иң яҡшыларҙың береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Был өлкәлә хәбәрҙар һәр кешегә уның исеме таныш, йәш оҫталар уның кимәленә етергә ынтыла. Салауат районының Комсомол ауылынан Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы Шәбиева күп йылдар инде башҡорт милли кейемдәре тегә һәм биҙәүестәр эшләй. Оҫтаның эше шуныһы менән уникаль – үҙ эшендә тап боронғо материалдарҙы ғына ҡуллана. Мәҫәлән, Гөлдәр Шәбиева тергеҙгән Эрмитаж коллекцияһынан XVIII быуат “Сакома” (ошо атама менән теркәлгән, башҡортсаһы һаҡал булыуы мөмкин) түш биҙәүесенең күсермәһе 1718 йылда әйләнештән алынған тәңкәләр менән биҙәлгән. Шулай уҡ Гөлдәр Шәрәфетдин – ҡыҙы ысын кәләбаш шлем формаһындағы башҡорт ҡатын-ҡыҙы баш кейемен эшләй белгән һирәк һөнәрмәндәрҙең береһе.

Оҫта бөтә костюмдарҙы һәм биҙәүестәрҙе үҙ йортонда эшләй. Быйыл йәй иһә Гөлдәр Шәбиева үҙенең ихатаһында махсус төҙөлгән бинала этнография музейын аса.

Милли кейем көнө уңайынан алтын ҡуллы оҫтабикә менән яҡындан танышырға форсат төштө. Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы Ҡыйғы районының Йосоп ауылында тыуып үҫкән. Әсәһе – Мәсетле районының Һабанаҡ ауылы ҡыҙы, атаһы – Ҡыйғы районынан. Үҙенең булмышына, туған мәҙәниәтенә, тарихына һаҡсыл ҡараған рухлы оҫтабикәнең ата-әсәһе Дыуан ырыуынан. Тормош иптәше – сығышы менән Саҡмағош районының Йылан ырыуы башҡорто. Яҙмыш ҡушыуы буйынса уларға ғаиләһе менән Дыуан районында төпләнергә тура килә. Әлеге ваҡытта Салауат районында донъя көтәләр. Шуға ла ул үҙен дүрт районды берләштергән төньяҡ-көнсығыш ҡыҙы тип иҫәпләй.

- Беҙ ғаиләлә ете бала үҫтек. Атайым бик йәшләй вафат булғас, барлыҡ эшкә өйрәнеп үҫергә тура килде. Инәйем (әсәйем – авт.) көндәр буйы колхоз эшендә йөрөгәс, күберәк беҙ әнкәйем (өләсәй) тәрбиәһендә булдыҡ. Ул аш-һыуға бик оҫта була торғайны. Әле лә ул бешергән ыуыҙ күмәстәр, ҡабарып бешкән әпәй, ҡоймаҡ тәмдәре һаман ауыҙҙа тора, – тип хәтерләй үҙенең бала сағын.

Эшһөйәрлек, өй йылыһы тыуҙырыуға ынтылыш иһә әсә-өләсәһенән бирелгән. Энәгә тәүге күҙҙәр йыйырға, ойоҡбаш бәйләргә лә өләсәһенән өйрәнә. Ҡарт өләсәһе лә ҡул эшенә бик оҫта була. Әсәһе “Шаршау, таҫтамал, алъяпҡыстары һуғылған була торғайны” тип гел иҫкә ала.

- Ҡарт өләсәйем, үкенескә ҡаршы, һуғыш ваҡытында үлеп ҡала. Килендәре үҙ ҡулдары менән һуғылған шаршауына төрөп ерләнеләр, ти ине инәйем. Элек беҙ бәләкәй саҡта ауылда дебет кәзәләре тотмаған кеше булмағандыр ул. Кәзәне ҡышын өйгә индереп тороп йөнөн йолҡҡанды әле лә хәтерләйем. Кәзә йөнөнән бирсәткәләр, шәл ситтәрен инәйем беҙгә ҡыҙҙарына ла өйрәтеп ҡалдырҙы. Инәйем килен булып төшкәндә ҡайылған әйберҙәрем бик күп ине, тәҙрә шаршауҙарына тиклем ырғаҡ менән үҙебеҙ бәйләй торғайныҡ, килен булып төшкәс, мулине ептәрен, биҙәк үрнәктәрен йәш ҡыҙҙар менән уртаҡлаштыҡ, тип хәтерләй ине ул, – тип йылы хәтирәләрен һөйләне оҫтабикә.

Бөтә кейем-һалым, ҡаралты, йорт йыһазын халыҡ үҙе етештергән заманда йәшәгән өләсәй тәрбиәһендә үҫкән ҡыҙ бөтә ҡул эше төрҙәрен дә күңеленә һеңдерә бара. Ул әле лә әсәһенең таҫтамалдарындағы ҡайылған өлгөләрҙе хәтерләй. Бишенсе-алтынсы кластарҙа уҡығанда ҡурсағына кейем бәйләп, кейендереп, күргәҙмәгә ебәрә. Ул ваҡытта еңгәһе мәктәптә хеҙмәт дәресен алып бара.

Башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеү менән мауыға башлағансы ырғаҡ, энә менән өй йыһаздарын биҙәү әйберҙәрен бәйләү менән шөғөлләнә, 90-сы йылдарҙағы юҡлыҡ заманында балалар баҡсаһына йөрөгән ҡыҙына ла әйберҙәр бәйләп йә тегеп кейҙерергә тура килә. Ҡыҙы үҫкәсерәк, “Әсәй, беҙгә әнкәйемдәрҙән бер ниндәй ҙә ҡомартҡы ҡалмағанмы” тигәс, тәү башлап үҙебеҙҙең милли кейем, биҙәү әйберҙәрен тегеп ҡарарға була. Шунан башлана ла инде уның милли кейем тергеҙеү менән мауығыуы. Тәүҙә Дим буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һаҡалын, һуңанан Ғәйнә ырыуы башҡорттары кейемен, үҙҙәренең төньяҡ-көнсығыш комплекстарын тергеҙә. Гөлдәр Шәбиеваға уларҙы тулыландырыу өсөн ҡайып сигеү һөнәренә лә өйрәнергә тура килә.

- Элегерәк боронғо йыһаз, табаҡ-һауыттар йыйырға ярата инем, уларҙы хәҙерге заманға яраҡлаштырыу бик мауыҡтырғыс ул. Ошолай байтаҡ ҡына әйбер йыйылып киткәс, “Һомай” исемле башҡорт этнография музейы астым. Ул инде бер йылдан ашыу эшләп килә. Әлеге ваҡытта мәктәп балалары, инвалидтар ойошмаһы, күрше-күләнгә килгән башҡа өлкә ҡунаҡтары ла бик яратып килеп ҡарайҙар. Үҙебеҙ йәшәгән Комсомол ауылы тарихын да тергеҙергә хыялланам, – тип киләсәккә ниәттәрен дә уртаҡлашты Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы.

Башҡа музейҙарҙан айырмалы рәүештә, уның йорт-музейҙағы күп әйберҙәрҙе кейеп, тотоп ҡарарға була. Ваҡыты-ваҡыты менән үҙе теккән кейемдәрҙе ҡыҙ балаларға кейҙереп, фотосессиялар ҙа ойоштороп торалар.

- Башҡорттарыбыҙҙың милли кейем традициялары менән мауығыу илебеҙҙең төрлө ауыл-ҡалаларында йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштерҙе, әле ҡайҙа ғына барһаҡ та, бер туған кешеләр кеүек осрашабыҙ. Бер-беребеҙ менән аралашып торабыҙ. Бер күлдәктән башланған мауығыу киләһе быуынға ҙур ҡомартҡы булып һәм йылы иҫтәлек һаҡлап ҡалырына инанам мин, – тине оҫтабикә, Башҡортостанда милли кейем тергеҙеү эшенең үҫешенә ихлас шатланып.

Ҡабатланмаҫ эштәре менән хайран ҡалдырған оҫталарҙың оҫтаһы Гөлдәр Шәбиева – бөгөн күптәргә үрнәк. Милләтенә һөйөүе менән башҡорт милли кейем донъяһында йондоҙ булып ҡалҡып сыҡты ул.

Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА.

Фотолар Гөлдәр Шәбиеваның шәхси архивынан.

Бер күлдәктән башланған мауығыу
Бер күлдәктән башланған мауығыу
Бер күлдәктән башланған мауығыу
Бер күлдәктән башланған мауығыу
Бер күлдәктән башланған мауығыу
Бер күлдәктән башланған мауығыу
Бер күлдәктән башланған мауығыу
Бер күлдәктән башланған мауығыу
Бер күлдәктән башланған мауығыу
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас