Башҡорт донъяһы
8 Сентябрь 2023, 09:30

“Кәтмәне һиңә!”

Күрәләтә кемгәлер картуфтың иң эреһен һайлап тоттороп ебәрсәле!

“Кәтмәне һиңә!”“Кәтмәне һиңә!”
“Кәтмәне һиңә!”

Күрше Сәлимйән ағай кисә кәтмән бирҙе.

Кәтмән, ырҙынға бәрәкәт, тигән һүҙҙәрҙе һәр яҙ, көҙ һайын ишетһәм дә, мәғәнәһен тулыһынса аңлап етмәй инем. Шуға интернет селтәренән эҙләнеп ултыра торғас, Айгөл апайҙың бик яҡшылап аңлатҡан мәҡәләһенә тап булдым.⬇⬇⬇

 

“Кәтмәне кемгә? Ырҙынға бәрәкәт теләүсегә!

Күптән түгел (хәйер, күптән инде - ер йөҙөндә яҙ ине) баҡсала түтәлдәр эшләп, сәсә торғанын - сәсеп, ултырта торғанын - ултыртып, яҙғы эштәр менән мәж килеп йөрөгәндә “Һеү, әйҙә! Ырҙынға бәрәкәт!” тип ишек алдында ҡайным күренде. “Һеү, әйҙә”? “Ырҙынға бәрәкәт”? Баҙап ҡалдым. Ишеткән дә бар кеүек был һүҙҙәрҙе. Тик нимә тип яуап ҡайтаралар әле һуң был осраҡта? Нимә тип яуаплаһам дөрөҫ була икән? Рәхмәт тиһәң... Уртаҡ булһын тиһәң... Хәтер тигәнең...

Ярай әле кәңәшләшергә, һорашырға шундай һүҙҙәргә сумарт әсәйем менән атайым бар. Тиҙ генә уларға шылтырата һалдым.

-Әсәй, “Һеү, әйҙә, ырҙынға бәрәкәт” тигәнгә нимә тип яуаплайҙар әле?

- “Һеү, әйҙә!” тип ни, эш өҫтөндә йөрөгән кешене дәртләндереү өсөн әйтәләр. “Ырҙынға бәрәкәт” тигәс, һин “Кәтмәне һиңә” тип яуапларға тейешһең. Ҡоро яуап ҡына түгел, уңыш йыйып алғас, шул уңыштан ырҙынға бәрәкәт теләүсегә өлөш тә сығарырға тейешһең.

Иҫкә төштө: бала саҡта бер шулай күмәкләшеп картуф ҡаҙабыҙ. Тәпәш кенә булһа ла, баҡса ҡоймаһы аша үрелә биреберәк Йондоҙлоҡ аръяғында (шундай матур исемле үҙән бар ауылыбыҙҙа) йәшәгән Сәлимә инәйҙең: “Ырҙынға бәрәкәт!” тигәненә атайым да, әсәйем дә бер тауыштан тиерлек: “Кәтмәне һиңә!” тип сәләмләнеләр ҙә, шарты буйынса ҙур ғына күнәккә эре-эре картуф һайлап һалып, Сәлимә инәйгә тотторҙолар. Беҙгә, балаларға, был тәү ҡарашҡа сәйер тойолдо (күрәләтә кемгәлер картуфтың иң эреһен һайлап тоттороп ебәрсәле!): бындай күренеш менән тәүгә танышыуыбыҙ ине.

Тик кәтмән тигәне нимә була икән ул? Бер күнәк картуф микән ни? Эҙләнә торғас, таптым яуабын. Баҡтиһәң, башҡорт мифологияһында кәтмән – йыйып алынған уңыштың ер эйәһенә ҡалдырылған бер өлөшө икән”. (Айгөл Айытҡолова)

Нурзилә Баязитова яҙмаһы.

Сығанаҡ: https://vk.com/id98626432

“Кәтмәне һиңә!”
“Кәтмәне һиңә!”
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас