Башҡорт донъяһы
14 Сентябрь 2023, 02:00

Боронғо йола әле лә һаҡланған

"Суҡ өмәһе"нең әһәмиәте ниҙә?

Боронғо йола әле лә һаҡланғанБоронғо йола әле лә һаҡланған
Боронғо йола әле лә һаҡланған

"Мәсетле районының Ғүмәр ауылында боронғо өмә башҡарғандар. Суҡ, ығырмау эшләү - башҡорт халҡының борондан ҡалған иң матур йолаларының береһе һәм уны тик беҙҙең яҡтарҙа ғына күрергә була.

Бөгөн Ғүмәр ауылы клубында "Суҡ өмәһе " тип исемләнгән йола үтте. Ағинәйҙәр үҙҙәренең йәш сағын иҫкә төшөрөп ҡыҙыҡлы хәтирәләрен, ошо ҡомартҡының тарихын, ҡулланылышын һөйләне.

Суҡ тигеҙ үрелгән, ике осо тигеҙ итеп эшләнгән булһа, килен уңған, тип һаналған. Суҡты ике яғынан тартып ҡарайҙар, ике башы өҙөлөп килеп сыҡһа, килен ялҡау, йә йыуаштыр, тип һығымта яһайҙар; суҡ килендең ниндәйерәк ғаиләнән булғанын күрһәткән, сөнки элек ептәр һатыуҙа булмаған, епте иләп, үҙҙәре буяп алғандар, буяу ҡыйбат булған. Байыраҡ килендең суҡтарының төҫө сағыуыраҡ булған.

Суҡ таратыуҙың психологик әһәмиәте: суҡ үргән ваҡытта туғандар бергә йыйыла, аралаша, быуындар бәйләнеше нығый; кейәү кеше суҡты бейектән ташлағанда, ике яҡтан да туғандар ябырылып, шаярып-көлөп алалар, шулай итеп, бер-береһен белмәгән кешеләр араһында уңайһыҙланыу кәмей.

Шулай уҡ дидактик әһәмиәтенә туҡталып китәйек: суҡ ишкән ваҡытта ҡыҙ яҡлап өлкән апайҙар ҙа, бәләкәйерәк, шулай ҙа ҡул араһына ингән ҡыҙҙар ҙа була. Өлкәндәр йәштәргә тәжрибәһе менән уртаҡлашһа, йәштәр, киреһенсә, нимәгәлер өйрәнгән; йәштәргә өгөт-нәсихәт биреү, тыйыу, өйрәтеү кеүек тәрбиә лә бирелгән; суҡ ишеү ҡулдарҙың моторикаһын арттырған; эстетик тәрбиә бирелгән – төрлө төҫтәрҙе матур итеп сиратлаштырып, үрергә өйрәнгәндәр; туй ҡунаҡтарына килендән ишара – суҡ ике яҡлы, ике яҡты ла тиң күрегеҙ, тигәнде аңлата; бер ептең осо – ҡыҙ, икенсе осо – егет, йәки бер суҡ – ҡыҙ, икенсе суҡ – егет. “Тормошто бергә егелеп һөйрәтегеҙ, айырылмағыҙ, ошо суҡ кеүек бергә генә булығыҙ”, – тип тә әйткәндәр.

Шулай итеп, суҡ таратыуҙың әһәмиәтен төрлө яҡлап ҡарап сығып, был йоланың хәҙер ҙә һаҡланыуына ҡыуанырға ғына ҡала".

Мәсетле районы башҡорттар ҡоролтайы төркөмөнән.  

Боронғо йола әле лә һаҡланған
Боронғо йола әле лә һаҡланған
Боронғо йола әле лә һаҡланған
Боронғо йола әле лә һаҡланған
Боронғо йола әле лә һаҡланған
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас