

15 сентябрҙә Көйөргәҙе районында башҡорт старшинаһы һәм хәрби етәксе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Кинйә Арыҫланов заманының батыр улдары менән 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышын алып бара.
Республика Башлығы Кинйәабыҙ ауылы янында, милли батырыбыҙҙың ҡәбере тип фаразланған урында булды. Был мемориаль комплексҡа сәскәләр һалғас, сарала ҡатнашыусылар, коллектив ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡатнашты.
– Башҡорт халҡының бөйөк улы, Емельян Пугачев менән Салауат Юлаевтың көрәштәше Кинйә Арыҫланов аҡылдың кәүҙәләнеше булды – мәғрифәтле кеше, дин белгесе, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Риүәйәттәр буйынса, ошонда ерҙә ерләнгән. Яҙмышының тарихы юғалған, үлгән датаһы ла билдәһеҙ. Ул яуҙаштарына һәләк булған осраҡта тыуған ерендә ерләүҙәрен әйтеп ҡалдырған. Һәм бына беҙ Кинйә Арыҫлановтың тыуған ерендә...
Төбәк етәксеһе "Кинйә йыйыны" фестивалендә батырҙың яҡташтарын 300 йыллыҡ тыуған көнө менән ҡотланы һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Һәм был ерҙәрҙә яугир Кинйә Арыҫлановтың хәрби рухы бөгөн дә һиҙелә, тип өҫтәне.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.