Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
16 Сентябрь 2023, 20:00

Башҡорт перәнигенә ихтыяж ҙур!

Теләүселәр перәниктәргә тәбиғи буяулы кремдар менән үҙҙәре теләгән һүрәт төшөрөп ҡараны һәм, әлбиттә, иҫтәлеккә алып ҡыуандылар

Башҡорт перәнигенә ихтыяж ҙур!
Башҡорт перәнигенә ихтыяж ҙур!

“Әйҙә, уйнарға!” фестивалендә ниндәй генә уйын майҙансыҡтары, һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолмаған. Улар араһында йәнең теләгән уйынсыҡ менән уйнай, йә ҡул эштәренә өйрәнә алаһың.

Шулай итеп, бында татлытамаҡтар өсөн дә оҫтахана эшләй. Был майҙансыҡты баш ҡалабыҙҙың “102 перәник” оҫтаханаһы ойошторҙо. Теләүселәр перәниктәргә тәбиғи буяулы кремдар менән үҙҙәре теләгән һүрәт төшөрөп ҡараны һәм, әлбиттә, иҫтәлеккә алып ҡыуандылар.

“Республика туризмында беҙҙең йүнәлеш – ул Башҡорт сувенир баллы перәниктәре. Башҡортостан картаһы формаһында, айыу, Башҡорт ҡыҙы һәм башҡа милли калориттағы тәмлекәстәр эшләп биҙәйбеҙ. Бигерәк тә, ситтән килгән халыҡ күпләп һатып ала, йәғни, туристар араһында башҡорт перәнигенә ихтыяж ҙур.

Башта оҫтахананың етәксеһе ун өс йылдан ашыу өйҙә генә бешереп һата ине, һатып алыусылар һаны артҡас, ҡуртымға оҫтахана алды һәм бына инде өс йыл эшләйбеҙ. Өфө буйлап таратып сығырлыҡ һатыу нөктәләребеҙ ҙә бар. Кешегә баллы һәм милли һыҙаттағы перниктәр ныҡ оҡшай, икенсе ҡалаларҙан, өлкәләрҙән дә һорайҙар”, –  тип уртаҡлашты “102 перәник”тең оҫтаһы Оксана Басырова. Эйе, баллы перәник барыһына ла оҡшаны. Бына инде фестивалдең өсөнсө көнөндә лә кеше өҙөлмәй бынан.

 

Автор фотоһы.

Башҡорт перәнигенә ихтыяж ҙур!
Башҡорт перәнигенә ихтыяж ҙур!
Башҡорт перәнигенә ихтыяж ҙур!
Башҡорт перәнигенә ихтыяж ҙур!
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: