Башҡорт донъяһы
17 Сентябрь 2023, 16:00

Йөндән юрған эшләй

“Мин бала саҡта атайым быйма баҫа торғайны, әсәйем шәл бәйләне", - ти ул.

Йөндән юрған эшләйЙөндән юрған эшләй
Йөндән юрған эшләй

Ейәнсура ҡыҙы боронғо шөғөлдәрҙең береһе – һарыҡ йөнөн эшкәртеү менән булыша. Ата-әсәһенән ҡалған был кәсепте ағайҙары менән бергә дауам итә.

“Мин бала саҡта атайым быйма баҫа торғайны, әсәйем шәл бәйләне. Былай эштә эшләһәләр ҙә, “ҡушымта була” тип һәр ваҡыт өҫтәмә эш менән булдылар. Хәҙер икеһе лә мәрхүм инде”, – тип хәтерләй Зәлиә Хәйрулла ҡыҙы.

Онотолоп барған шөғөлдәрҙе дауам итеү теләге менән янған Зәлиә Рысҡужина Сибай ҡалаһында йәшәй. Ата-әсәһенең “заманалар үҙгәрә, һеҙгә кәрәк була” тип өйрәткән эштәренә әле лә тоғро. Ул һарыҡ йөнөнән юрғандар эшләһә, ағалары ҡул менән быйма баҫа.

Был эштә Зәлиәгә ире лә ярҙам итә. Хужабикә шәл, косынка, дебеттән һәм һарыҡ йөнөнән ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй. Тағы ла баҡсасылыҡ менән шөғөлләнәләр.

Зәлиә Рысҡужина беҙҙең гәзит өсөн махсус видео төшөрөп ебәрҙе. Видеола йөн эшкәртеп юрған эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтә.

Фотолар: видеонан скриншот һәм Зәлиә Рысҡужинаның шәхси архивынан.

Йөндән юрған эшләй
Йөндән юрған эшләй
Йөндән юрған эшләй
Йөндән юрған эшләй
Йөндән юрған эшләй
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас