Башҡорт донъяһы
27 Сентябрь 2023, 09:30

Киленгә һыу юлын күрһәткәндәр

"Ағинәйҙәр" ойошмаһы, "Һомай" вокаль ансамбле апайҙары менән берлектә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йәш киленде һыу юлы менән таныштырғандар. 

Киленгә һыу юлын күрһәткәндәрКиленгә һыу юлын күрһәткәндәр
Киленгә һыу юлын күрһәткәндәр

-Был милли йоланың сәбәпселәре - законлы никахҡа ингән матур пар Гүзәлиә һәм Ғәзизйән Сафиндар. Йәштәрҙе Һарыла шишмәһе янында йыр-моң менән ҡаршы алдыҡ. Зифа апай Юлсурина һәм Тәнзилә апай Йәнғәлина килендең биҙрәләрен шишмә һыуы менән тултырғандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Ғәзизйән менән Гүзәлиәгә иң изге теләктәрен теләне.

Йәштәрҙең күңелендә был көн иң матур мәл булып һаҡланһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын. Тыуыр таңдарығыҙ яҡты, үтер юлдарығыҙ уң, оҙон, мөхәббәтле булһын! – тип хәбәр итәләр Ғәҙелгәрәй ауыл китапханаһы төркөмөндә.

Фото: "Таң" гәзитенән.

Киленгә һыу юлын күрһәткәндәр
Киленгә һыу юлын күрһәткәндәр
Киленгә һыу юлын күрһәткәндәр
Киленгә һыу юлын күрһәткәндәр
Киленгә һыу юлын күрһәткәндәр
Киленгә һыу юлын күрһәткәндәр
Автор:Карима Усманова
Читайте нас