Башҡорт донъяһы
29 Сентябрь 2023, 11:00

"Ҡомалаҡ байрамы" шәп үтте

Маһиәсмә Ҡыуатова һәм Фәнүзә Әбсәләмова ҡомалаҡ йыйыу, сүпрә (әсетке) эшләү һәм икмәк бешереү серҙәре менән уртаҡлашты.

"Ҡомалаҡ байрамы" шәп үтте"Ҡомалаҡ байрамы" шәп үтте
"Ҡомалаҡ байрамы" шәп үтте

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Вәлит һәм Комсомол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары «Ҡомалаҡ байрамы»на йыйылған.

Ауыл уңғандары Маһиәсмә Ҡыуатова һәм Фәнүзә Әбсәләмова ҡомалаҡ йыйыу, сүпрә (әсетке) эшләү һәм икмәк бешереү серҙәре менән уртаҡлашҡан. Шулай уҡ ябай ҡомалаҡтың файҙалы үҙенсәлектәре, күп ауырыуҙарҙы дауалауҙағы ҡулланылышы хаҡында ла бәйән иткәндәр.

Барыһы ла байрамдан ҡәнәғәт ҡалған, ҡомалаҡ йыйып алып ҡайтҡан.

Фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

"Ҡомалаҡ байрамы" шәп үтте
"Ҡомалаҡ байрамы" шәп үтте
Автор:Карима Усманова
Читайте нас