

30 сентябрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Фән һәм мәғариф йылы сиктәрендә БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы ярҙамында Өфөнөң Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында «Фәнни майҙан» күсмә комплекслы сараһын ойошторҙо.
Сара сиктәрендә баш ҡаланың башҡорт гимназиялары һәм лицейҙарының 8-11-се класс уҡыусылары өсөн лекторийҙар үткәрелде. Модераторҙар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов; Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы рәйесе, Өфө күп профилле һөнәри колледжы директоры Сынтимер Баязитов сығыш яһаны.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү бүлеге начальнигы Розалия Сафиуллина сәләмләне.
- Киләсәктә лә бер-беребеҙҙе танып-белеп, туған телдә аралашып, башҡорт телен, тарихын һаҡлау буйынса һәр ҡайһыбыҙ үҙ урынында үҙ эшен башҡарһа, туған телебеҙ артабан да йәшәйәсәк, сәскә атасаҡ. Мәрйәм Бураҡаева әйтеүенсә, ике башҡорт осрашҡанда башҡорт телендә һөйләшһә, башҡорт теле бер ҡасан да юғалмаясаҡ. Бына ошо ябай хәҡиҡәтте онотмаһағыҙ ине, балалар.
Бөгөн республикала башҡорт лицейы, гимназияһы статусында 50 мәғариф учреждениеһы бар. Башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр ҙә бихисап. Бик күп эштәр башҡарабыҙ, республика кимәлендә башҡорт мәктәптәрен, туған телдә белем биргән башҡа милли мәктәптәрҙе берләштерергә тырышабыҙ. Йыл һайын директорҙар менән йыйылып, милли мәғариф белем биреү учреждениеларында булған проблемаларҙы, һорауҙарҙы уртаға һалып хәл итергә тырышабыҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған был сара туҡталып ҡалмаҫ, артабан да дауам итер, башҡа райондарҙа, ҡалаларҙа ла рухи этәргес бирер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
- тине Розалия Рәсих ҡыҙы.
Лекторийҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығы машиналары кафедраһы мөдире, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, техник фәндәр докторы, профессор Салауат Мөҙәрисов робот техникаһын үҫтереүҙең айырым аспекттарына арналған «Ауыл хужалығында робот техникаһы» темаһына доклады тыңланды. Уҡыусылар алдында шулай уҡ Лия Искәндәрова, «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге» дәүләт мәғариф учреждениеһының “Олимпиадаларға һәм конкурстарға әҙерлек. Нимәнән башларға?” темаһы буйынса сығыш яһаны.
Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы ағзаһы, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Вилдан Хажиханов уҡыусыларға мәғариф өлкәһендәге мөмкинлектәр, олимпиадаларға бәйле көнүҙәк мәғлүмәт менән таныштырҙы, әүҙем булырға саҡырҙы.
Лия Ғәзизйән ҡыҙы төбәк «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге дүртенсе йыл «Һәр бала уңышы» федераль проекты сиктәрендә Өфөлә эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Үҙәктең төп маҡсаты - республиканың һәләтле уҡыусыларын асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм үҫтереү. Ул Башҡортостан Республикаһында 2019 йылдың аҙағында асылды һәм Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан федераль «Сириус» моделе буйынса эшләй һәм асылда уның төбәк филиалы булып тора. Дәрестәр «Фән», «Спорт», «Сәнғәт» кеүек өс төп йүнәлеш буйынса алып барыла. Белем биреү программалары математика, информатика, химия, биология, физика, инглиз һәм ҡытайса өҫтәмә белем алырға мөмкинлген бирә, шулай уҡ дисциплинар-ара йүнәлештә «Тәбиғи фәндәргә инеш», «Мауыҡтырғыс математика», "Интеллектуаль энергетика системалары", "Нейротехнологиялар һәм физиология", "Йыһан технологиялары" кеүек фәндәр өйрәнелә. Үҙәктә уҡыу йыл әйләнәһенә бер нисә этапта бара: балалар мәктәп программаһы менән параллель рәүештә уҡытыу-күнекмә йыйындарында онлайн белем ала. Һөҙөмтәләр булһа, ул көндөҙгө ситтән тороп ҡатнашыу этабына күсә, уны Үҙәктең белем биреү программаларында ҡатнашырға саҡыралар. Беҙ бөтә республика буйлап балалар менән эшләйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лия Искәндәрова.
Сарала ҡатнашыусыларҙа билдәле программист, башҡорт телендәге аҡыллы колонка уйлап табыусы Айгиз Ҡунафиндың сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Билдәле булыуынса, башҡорт телендә эшләүсе аҡыллы колонка республикала йыл аҙағына тиклем тәҡдим ителәсәк. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. 2024 йылда балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә белем биреү эшендә ҡулланыу өсөн 250 ҡоролма йыйыу планлаштырыла. Аҡыллы колонка "Һомай" тип атала, уның менән башҡорт һәм рус телдәрендә аралашырға мөмкин.
Ҡалған 200 колонканы мәктәптәр аласаҡ. Проект авторы Айгиз Ҡунафин әйтеүенсә, колонкала төрлө учреждениелар өсөн төрлө ҡушымталар ҡарала, мәҫәлән, иң бәләкәйҙәр өсөн әкиәттәр әҙерләнә. Колонканың корпусын һәм программа тәьминәтен Айгиз үҙе эшләй.
Лекторий сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов башҡорт ғалимдарының коллектив хеҙмәте булған «Башҡортостан халыҡтары атласы» менән таныштырҙы.
- Атласты әҙерләгәндә илебеҙ этник палитраһын комплекслы аңлау кәрәклеген иҫәпкә алып, беҙ был хәлдән генә түгел, дөйөм йәмғиәтебеҙҙең тарихи ретроспективаһын ҡарарға ҡарар иттек. Был осраҡта - Башҡортостандың полиэтник халҡы. Шуға күрә Атлас фәҡәт ғилми ҡараштан сығып эшләнгән, архив материалдарына нигеҙләнгән, - тип билдәләне Юлдаш Мөхәммәт улы.
Шулай уҡ “Фәнни майҙан” күсмә комплекслы сараһы сиктәрендә башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары етәкселәре, балалар йәмәғәт ойошмалары менән тәрбиә һәм үҙ-ара эш итеү буйынса директорҙар кәңәшселәре, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында Өфө ҡалаһының башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары менән бергә түңәрәк өҫтәл уҙғарылды.
Рәсми өлөштән һуң «Башҡортостан мәҙәниәте» квиз-уйыны үтте, уны ойоштороусы булып Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны.
Шулай уҡ баш ҡаланың башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары уҡыусылары “Фәнни майҙан” проекты сиктәрендә шашка буйынса «Сатраш» интеллектуаль уйынында Рәсәй шашкасыһы, ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, халыҡ-ара гроссмейстер, Айнур Шәйбәков, шашка буйынса бер нисә тапҡыр донъя чемпионы Айгөл Иҙрисова менән көс һынашты. Уйындың ойоштороусыһы - “Башҡортостан” үҙәк шашка клубы рәйесе урынбаҫары Гөлназ Әхмәҙиева.
Юлай Кәримов фотолары.