

Ейәнсура районының Байдәүләт ауылында йәшәгән хеҙмәт ветеранын 100 йәшлек юбилейы менән ҡотлағандар.
"Бөгөн байдәүләттәр (ауыл ғына түгел, тотош биләмә) күркәм юбилейға йыйылды. Ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған хөрмәтле хеҙмәт ветераны, аҡыллы ағинәй Мәғәфүрә Абдуллинаны 100 йәшлек юбилейы менән тәбрикләп, ҡотлауҙарын, изге теләктәрен еткерергә теләүселәр күп булды", - тип яҙҙылар урындағы гәзит төркөмөндә.
"Үҙе бер быуатлыҡ тере тарих, Аллаһы Тәғәлә артабан да ныҡлыҡ бирһен, балаларының изгелектәрен күреп тағы ла оҙаҡ йәшәргә насип итһен!!! Ҡотло булһын ғүмер байрамығыҙ!", - тип матур теләктәр еткерҙеләр.
Сығанаҡ: vk.com/wall-107891741_118376
Фото: видеонан скриншот