

11-15 октябрҙә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм "УМАЙ" этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма башҡорт теле буйынса олимпиада үткәрә. Был проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы һорауҙар менән онлайн-тест формаһында эштәр әҙерләнгән:
Ҡатнашыу өсөн:
Олимпиада тамамланғас, сайтта белемде үҙаллы тикшереү өсөн һорауҙарға дөрөҫ яуаптар баҫыласаҡ. Әгәр һеҙҙә теркәү, тест үтеүҙең техник аспекттары йәки сертификат алыу менән ауырлыҡтар тыуһа, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы телефонына мөрәжәғәт итегеҙ: 7(3472) 46-58-24.
Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.