

Бына ошондай матур, мәғәнәле, үҙенсәлекле открыткаларҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы булдырған. “Төрлө саралар өсөн матур открыткаларҙың һүрәттәрен әҙерләнек һәм һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ!” - ти улар. Ижади эштәр Республика Башлығы гранты проекты сиктәрендә төшөрөлгән.
Әле һеҙҙең иғтибарға бөгөн – 11 октябрҙә билдәләнгән ҙур һәм мөһим байрамыбыҙ – Республика көнө айҡанлы ижад ителгән открыткаларҙы тәҡдим итәбеҙ, ә башҡалары менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының “Бәйләнештә” сайтындағы альбомында таныша алаһығыҙ. Һылтанма: https://vk.com/album-182678571_296922359
Фото һәм сығанаҡ: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.