

“Силәбе өлкәһе башҡорттары” төрөкөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Силәбе ҡалаһында "Инәй - милләт алтыны" башҡорт мәҙәниәте конкурсының һайлап алыу туры үткән.
Конкурста әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр ҡатнаша. Маҡсаты - быуындар бәйләнешен нығытыу, балалар күңеленә туған мәҙәниәтте бейеүҙәр, йырҙар, шиғырҙар аша еткереү.
Һайлап алыу туры байрам рухында үтте, тип яҙа ойоштороусылар.
“Бөтәһе 14 ҡатнашыусы көс һынашты: һәр йәш категорияһында 7 әсәй һәм өләсәй. Беҙҙе ҡатнашыусылар үҙҙәренең рухлы булыуы, матурлығы менән таң ҡалдырҙы, һәләтле балалаҙы ла ғорурлыҡ менән таныштырҙылар. Жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың костюмдарына, ижади номерҙарҙың үҙенсәлегенә һоҡланыу белдерҙе.
Шулай итеп, бәйге йомғаҡтары буйынса финалға түбәндәге әсәйҙәр сыҡты:
Өләсәйҙәр араһында финалға үтеүселәр:
Финалсыларҙы ҡотлайбыҙ! Алда уларҙы оҫталыҡ дәрестәре, кулинария этабы һәм финалға әҙерлек көтә. Һәр ҡатнашыусыға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!, - тип яҙа ойоштороусылар.
Фото: "Силәбе өлкәһе башҡорттары" төркөмөнән.