Башҡорт донъяһы
27 Октябрь 2023, 09:00

Арҙаҡлы мәғрифәтсе-шағирҙы иҫкә алдылар

Мейәс ҡалаһында  "Аҡмулла уҡыуҙары" төбәк-ара конференцияһы үтте

Арҙаҡлы мәғрифәтсе-шағирҙы иҫкә алдыларАрҙаҡлы мәғрифәтсе-шағирҙы иҫкә алдылар
Арҙаҡлы мәғрифәтсе-шағирҙы иҫкә алдылар

Мифтахетдин Аҡмулла исеме, шәхесе күптән инде республикабыҙ сиктәрен үтеп, донъяны иңләй. Уға арналған саралар төрлө төбәктәрҙә, илдәрҙә үткәрелә.

Ошо көндәрҙә башҡорт халҡының арҙаҡлы улының һуңғы төйәге - Мейәс ҡалаһында өсөнсө "Аҡмулла уҡыуҙары" төбәк-ара конференцияһы үтте. Ғилми форумға ғалимдар, дин әһелдәре, яҙыусылар һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары саҡырылған ине. Сара Мейәс ҡалаһынының мосолман зыяратында мәғрифәтсе-шағир ҡәберенә сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Фотолар сығанағы: Зәки Әлибаев.

Арҙаҡлы мәғрифәтсе-шағирҙы иҫкә алдылар
Арҙаҡлы мәғрифәтсе-шағирҙы иҫкә алдылар
Арҙаҡлы мәғрифәтсе-шағирҙы иҫкә алдылар
Арҙаҡлы мәғрифәтсе-шағирҙы иҫкә алдылар
Арҙаҡлы мәғрифәтсе-шағирҙы иҫкә алдылар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас