

2 ноябрҙә 19:00 сәғәттә «Торатау» конгресс-холында Башҡорт асыҡ КВН лигаһының VII миҙгеленең ярымфиналы уҙа. Миҙгел февралдә ҙур фестиваль менән башлана, һуңынан май айында 1/4 финал уйындары үтә, һәм хәҙер 7 команда декабрҙә финалда кемдең көрәшәсәген билдәләй.
2 команда - Сибайҙан, береһе - Стәрлетамаҡтан, ҡалғандары республикабыҙҙың баш ҡалаһынан. Башҡортостан асыҡ КВН лигаһы уйындары БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты булышлығында үтә. Барығыҙҙы ла уйындарҙа көтәбеҙ!
Сығанаҡ: vk.com/uralkarimo