

Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында буш торған йортҡа төлкөләр оялаған. "Йәштәр ауылдан китеп, буш торған өйҙәр күбәйгәс, шул өйҙәрҙе төлкөләр төйәк итә башланы тип, ошо фотоны ебәрҙеләр әле бөгөн генә тыуған яҡтарымдан. Тик былар, теге бер әкиәттәге төлкө һымаҡ, ҡабыҡ түгел, заманында шыңғырҙап торған ҡарағайҙан һалынған өйгә хужа булып алып, пропискаға тороуҙы юллайҙар, тиме, юлларға уйлайҙар, тиме шуу... Әле силсәүит башлығының килеүен, икеһе ике тәҙрәгә ҡапланып, дүрт күҙ менән көтөп ултырған һындары микән?!" - тип үҙенең сәхифәһендә ҡыҙыҡ күренеш тураһында уйынлы-ысынлы бәйән итте Ғәҙилә Бүләкова.
Яҙма аҫтында Флүрә Йомағужина:
"Төлкө өйө боҙҙан булған,
Кешенеке - бүрәнә,
Хужаһыҙ өй затлы һарай
Төҫлө бик шәп күренә.
Хәйләкәр төлкө аңлай шул
Боҙҙоң иреп бөтөрөн,
Оҙаҡ көттө хужаһының
Өйҙө ташлап китерен.
Хужа булғас, эре генә
Ултыра, ана, ҡарап.
Замананың төлкөләре
Өйҙәрҙә йәшәй, харап! -
тип яҙған шиғыр ҙа сығарып ҡуйған.