Башҡорт донъяһы
7 Ноябрь 2023, 08:00

"Минең тәүге һүҙҙәрем инәй, атай һәм икмәк ине"

Кеше өлкәнәйә килә тамырҙарына яҡыная. Хатта әллә ниндәй донъя "йондоҙҙары" ла...

"Минең тәүге һүҙҙәрем инәй, атай һәм икмәк ине""Минең тәүге һүҙҙәрем инәй, атай һәм икмәк ине"
"Минең тәүге һүҙҙәрем инәй, атай һәм икмәк ине"

Билдәле гимнаст, телевизион алып барыусы Ләйсән Үтәшева - беҙҙең яҡташыбыҙ. Ул сығышы менән Әлшәй районынан. Күптән инде Мәскәүҙә йәшәй. Кейәүҙә, ике бала үҫтерәләр.

Шуныһы мөһим: ниндәй генә үрҙәргә үрләһә лә, Ләйсән ябай ауыл ҡыҙы булып ҡала. Ул йыл да ғаиләһе менән Раевкала йәшәгән олатай-өләсәйе янына ҡайтып китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһе Зөлфиә апай ҡаты ауырыуҙан бер нисә йыл элек гүр эйәһе булды. 

Ләйсән социаль селтәрҙәге дуҫтарының һорауына яуап биреп, бала сағында башҡортса һөйләшкәнен белдергән. Ә хәҙер туған телде хәтергә төшөрөр өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәклеген әйткән. 

- Минең тәүге һүҙҙәрем "инәй", "атай", "икмәк" ине, - ти ул.

Ләйсән башҡортса бөтәһен дә аңлай, татарса ла яҡшы төшөнә. Ә бына башҡортса һөйләшә башлар өсөн, Раевкаға ҡайтып, дүрт-биш көн туғандарымдың һөйләшкәненә ҡолаҡ һалып йөрөргә кәрәк, ти. Ә өләсәһе ейәнсәренә ҡунаҡҡа килеп, ярты йыллап ятһа, бөтөнләй яҡшы һөйләшә башлай икән. 

"Туған тел мейегә һеңгән бит инде, уны нисек онотаһың", - ти ул. 

Әйткәндәй, Ләйсән Үтәшева 9 ноябрҙә Өфөгә концерт ҡуйырға килә.

Фото: https://vk.com/liasanutiasheva

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас