Башҡорт донъяһы
11 Ноябрь 2023, 05:00

Иҫке Монасипта - ҡаҙ өмәһе

Ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре дауам итә. Һеҙ ҙә фотоларығыҙ менән уртаҡлашығыҙ

Иҫке Монасипта - ҡаҙ өмәһеИҫке Монасипта - ҡаҙ өмәһе
Иҫке Монасипта - ҡаҙ өмәһе

Бөрйән районының Аҫҡар ауылында үткән ҡаҙ өмәһе хаҡында хәбәр иткәйнек инде, әле байлыҡ, муллыҡ байрамына әүерелгән ҡаҙ өмәһен  Иҫке Монасип ауылында йәшәгән Ғаффар һәм Рима Бикмәтовтар үткәргән. Оҙон йәй буйы көтөп үҫтергән 34 баш ҡаҙҙарын ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә эшкәртеп алған улар.
Ысынлап та, бергәләшеп эшләнгән эш үҙе үк байрам төҫө ала. Йырлай-йырлай, матур теләктәр теләп, "һә" тигәнсе эште тамамлап та ҡуйған улар.
Ҡаҙҙарығыҙ үҫеп торһон, ризыҡтарығыҙға яҙһын!

Фото: "Таң" гәзитенән

Иҫке Монасипта - ҡаҙ өмәһе
Иҫке Монасипта - ҡаҙ өмәһе
Иҫке Монасипта - ҡаҙ өмәһе
Иҫке Монасипта - ҡаҙ өмәһе
Иҫке Монасипта - ҡаҙ өмәһе
Иҫке Монасипта - ҡаҙ өмәһе
Автор:Карима Усманова
Читайте нас