Башҡорт донъяһы
12 Ноября 2023, 12:00

Артистар ниндәй ҡаҙы ярата?

Бейеүсе йырсы ҡатыны ял иткәндә ҡаҙы әҙерләп тә ҡуйған...

Артистар ниндәй ҡаҙы ярата?Артистар ниндәй ҡаҙы ярата?
Артистар ниндәй ҡаҙы ярата?

Артистар Урал Мортазин менән Лилиә Ишемйәрованың талантына ғашиҡ тамашасылар уларҙың көнкүрешенән дә бер күренешкә шаһит булды. Урал ҡатыны ял иткән арала йылҡы итенән ҡаҙы әҙерләп күрһәтте. 

Урал майлы ҡаҙыны ярата икән. "Мин беренсе тапҡыр ҡаҙы әҙерләйем. Һәм ҡул менән эшләүгә өҫтөнлөк бирәм. Ғөмүмән, рустарҙың "колбаса"һы башҡортса "ҡул" һәм "баҫа" тигән һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән", - ти ул уйынлы-ысынлы. 

Ә кисә Мотазиндар аят уҡытып, ҡунаҡтарына ҡаҙынан ауыҙ иттергән дә инде. "Барып ашап ҡайттыҡ, ныҡ тәмле булды!" - ти улар.

Фото һәм видео: https://vk.com/hajrullauly

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас