Башҡорт донъяһы
17 Ноябрь 2023, 10:00

Балалар баҫмаһында күрше өлкәләр вәкилдәре сығыш яһай

“Аманат” журналы менән берлектә мөһим проект тормошҡа ашырылған

Балалар баҫмаһында күрше өлкәләр вәкилдәре сығыш яһайБалалар баҫмаһында күрше өлкәләр вәкилдәре сығыш яһай
Балалар баҫмаһында күрше өлкәләр вәкилдәре сығыш яһай

“Аманат” журналының ноябрҙә донъя күргән махсус һаны тулыһынса Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә йәшәгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең ижадына бағышланған. Был турала Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов социаль селтәрҙә хәбәр итте.

“Республиканың төп баҫмалары туған башҡорт телендә яҙған, шул уҡ ваҡытта Башҡортостандан ситтә йәшәгән балаларға һәләттәрен асырға мөмкинлек биргәне ҡыуандыра. Бәлки, был яҙмаларҙың авторҙары бер-ике тиҫтә йылдан һуң башҡорт шағирҙары, яҙыусылары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре булып китер.

Әйткәндәй, “Керпе” тип аталған балалар журналының беренсе һаны 1929 йылда донъя күрә, 1930 йылда уның исеме “Пионер” тип үҙгәртелә. Беренсе мөхәррире – билдәле башҡорт шағиры, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡунаҡбай ауылында тыуып-үҫкән М. Хәй (Хәй Ғабдрафиҡ улы Мөхәмәтйәров)” – тип яҙҙы ул.

Сығанаҡ: Ә. Байымовтың шәхси сәхифәһе – vk.com/alf.komm800

Балалар баҫмаһында күрше өлкәләр вәкилдәре сығыш яһай
Балалар баҫмаһында күрше өлкәләр вәкилдәре сығыш яһай
Балалар баҫмаһында күрше өлкәләр вәкилдәре сығыш яһай
Балалар баҫмаһында күрше өлкәләр вәкилдәре сығыш яһай
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас