Башҡорт донъяһы
19 Ноября 2023, 05:00

Бөрйәндә аҙна һайын ҡаҙ өмәһе уҙған

Байназар ауылынан Сулпан һәм Авзал Маликовтарҙа гөрләп ҡаҙ өмәһе үткән.

Бөрйәндә аҙна һайын ҡаҙ өмәһе уҙғанБөрйәндә аҙна һайын ҡаҙ өмәһе уҙған
Бөрйәндә аҙна һайын ҡаҙ өмәһе уҙған

Бөрйән районының Байназар ауылының модель китапханаһы төркөмө хәбәр итеүенсә, "Айыҡ ауыл-2023 " конкурсы сиктәрендә,  ярышҡа ҡатнашыусы Байназар ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән һаҡланып килгән йола буйынса "Ҡаҙ өмәһе"-нә йыйылған.

Ошо ауылда йәшәгән, бар яҡҡа ла өлгөр ғаилә Сулпан һәм Авзал Маликовтарҙа гөрләтеп ҡаҙ өмәһе үткән. Өмәгә килгән ҡатын-ҡыҙҙар халҡыбыҙҙың матур йолаһын еренә еткереп башҡарған. Эш барышы матур аралашыу, күңел асыу менән үрелеп барған. Өмәгә килгән ҡатын-ҡыҙҙар таҙартылған ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп, йырлай-йырлай Ағиҙел йылғаһына сайҡатырға алып төшкән.
"Эш менән шөғөлләнгән кешенең насар ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмай - айыҡ тормошҡа өҫтөнлөк бирә ауылым уңғандары", -тип хәбәр ителә төркөмдә.

Фото: Байназар ауылы модель китапханаһы төркөмөнән.

Бөрйәндә аҙна һайын ҡаҙ өмәһе уҙған
Бөрйәндә аҙна һайын ҡаҙ өмәһе уҙған
Бөрйәндә аҙна һайын ҡаҙ өмәһе уҙған
Бөрйәндә аҙна һайын ҡаҙ өмәһе уҙған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас