Башҡорт донъяһы
21 Ноября 2023, 09:00

Таулыҡайҙа - ҡаҙ өмәһе

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында йәшәгән Гөлгөл менән Мансур  Ғәлиндар 100 ҡаҙ үҫтергән!

Таулыҡайҙа - ҡаҙ өмәһеТаулыҡайҙа - ҡаҙ өмәһе
Таулыҡайҙа - ҡаҙ өмәһе

Ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре гөрләй. Баймаҡ телевидениеһы хәбәрселәре хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәрендә Таулыҡай ауылында ҡаҙ өмәһе үткән.

"Себеште көҙ һанайҙар, тиҙәр. Эйе, ысынлап та, яҙ алған ҡош-ҡорттарҙы өлгөргәнсе көтөү, матур итеп тәрбиәләү - ҙур көс, тырышлыҡ талап итә.
Ә инде көҙ еткәс, уңған хужа һәм хужабикәләр уларҙы эш итә, аш итә.
Таулыҡай ауылында йәшәүсе  Гөлгөл һәм Мансур Ғәлиндар йыл һайын күпләп ҡош-ҡорт аҫрай. Быйыл иһә, уңған ғаилә йөҙ ҡаҙ ала. Ял көндәрендә улар, туғандары һәм яҡындары менән ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.

"Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй", тигәндәй, уңған өмәселәр тиҙ арала ҡош - ҡортто йолҡоп, таҙалап, эште тамамлап та ҡуйҙылар.
Ә һеҙҙә өмәләр гөрләйме, дуҫтар?"- тип яҙған "Баймаҡ ТВ"-һы үҙенең төркөмөндә.

Фото һәм текст сығанағы: "Баймаҡ ТВ"һы төркөмөнән

Таулыҡайҙа - ҡаҙ өмәһе
Таулыҡайҙа - ҡаҙ өмәһе
Таулыҡайҙа - ҡаҙ өмәһе
Таулыҡайҙа - ҡаҙ өмәһе
Таулыҡайҙа - ҡаҙ өмәһе
Автор:Карима Усманова
Читайте нас