Башҡорт донъяһы
29 Ноябрь 2023, 07:00

Бөгөн Өфөлә белореттар йыйыла

Был сараға килгән тамашасы махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ла ярҙам итәсәк

Бөгөн Өфөлә белореттар йыйылаБөгөн Өфөлә белореттар йыйыла
Бөгөн Өфөлә белореттар йыйыла

Бөгөн, 29 ноябрҙә, Белорет районы  яҡташтарының “Белореттар – беҙ бергә!” тип аталған осрашыу кисәһе була. Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла.

Осрашыу Хөсйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында уҙасаҡ. Унда Белорет районы етәкселегендә ҙур делегация килә һәм ҡатнаша. Филармония фойеһында Белорет етештереүселәренең тауарҙары, шулай уҡ район оҫталарының эштәренән торған күргәҙмә ойошторола.

17.00 сәғәттә район етәкселегене студенттар менән осрашасаҡ һәм йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, Белорет районының үҫеше тураһында һөйләшеү буласаҡ.

Ә инде тантаналы өлөшө 18.45 сәғәттә ҙур залда үтәсәк. Унда Белорет районының һәүәҫкәр артистары, шулай уҡ Рәмил Ғәйзуллин, Искәндәр Ғәзизов, Фларида Иркина – Хәмзина, Нәркәс Сиражетдинова, Ранис Алтынбаев, Әмир Әүбәкиров, Айлина Ҡәйүмова, Руслан һәм Рәзилә Шәйхетдиновтар, Айтуған Ғәзизов, “Рябиновые бусы” рус халыҡ йыр ансамбле, “Еңгәләр” башҡорт халыҡ форльклор ансамбле коллективы, “Елмерҙәк” этно төркөмө сығыш яһаясаҡ.

Был сараға килгән тамашасы махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ла ярҙам итәсәк, сөнки билет һатыуҙан килгән килем махсус хәрби операцияға ярҙам йыйыу маҡсатында асылған иҫәпкә күсерелә.

Рәмилә Мусина фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас