

Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге. Ул халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән. Республикабыҙҙа 2019 йылдан башлап 14 декабрҙә рәсми рәүештә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Шулай уҡ 14 декабрь – башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсе-шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө лә.
Ошо уңайҙан БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы булған Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы “Атам теле! Әсәм теле! Минең телем!” тип аталған онлайн-конкурс иғлан итә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн саф башҡортса һөйләп ятлаған шиғырҙы видеоға төшөрөп, музейҙың “Бәйләнештә”ге төркөмөнә (https://vk.com/mdmmgafuri) йәки электрон почтаға (muzei-gafuri@mail.ru) ебәрергә кәрәк.
Видео аҫтына түбәндәге мәғлүмәттәр яҙылыуы мотлаҡ:
- фамилияғыҙ, исемегеҙ, атайығыҙҙың исеме;
- йәшегеҙ;
- йәшәгән һәм уҡыған урынығыҙ;
- шиғырҙың авторы һәм исеме;
- бәйләнеш өсөн телефон.
- #НЛМРБ #МДММГафури #онлайнконкурс #туғантел #башҡорттеле #Атамтеле #Әсәмтеле #минеңтелем #туғантелем #Башҡорттелекөнө хештегтарын ҡуйыу һорала.
Конкурста балалар баҡсаһына йөрөүселәр, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнаша ала. Тағы бер шарт – Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейының “Бәйләнештә”ге төркөмөнә яҙылыу. Видеолар 14 декабрь көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем ошо төркөмдә ҡуйып барыласаҡ.
Унан һуң килгән видеолар ҡабул ителмәй, төркөмгә ҡуйылмай һәм баһаланмай. Конкурсҡа йомғаҡ йыл аҙағында – 2023 йылдың 28 декабрендә яһаласаҡ. Иң яҡшы эш авторҙары конкурсты ойоштороусылар һәм партнерҙарҙан дипломдар һәм бүләктәр аласаҡ.
Категория 0+