

Йәрмәкәй районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирина Рәхмәтуллина хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Йәрмәкәй дөйөм белем биреү мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлаған.
Бер үк ваҡытта балалар сәнғәт мәктәбендә фортепиано класы буйынса концертмейстер һәм уҡытыусы, балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып та эшләгән. Район художество үҙешмәкәрлегенең әүҙем ҡатнашыусыһы.
2009 йылдан Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы булып эшләй. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Участка һайлау комиссияһы, «Берҙәм Рәсәй» партияһы советы рәйесе, Йәрмәкәй районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе.
Йәрмәкәй районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ та И.Ф. Рәхмәтуллина ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. 2022 йылда Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса, мөһим сараларҙы ойоштороуҙа һәм яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн 2-се урынды алды.
Республикала тәүгеләрҙән булып Ирина Флүр ҡыҙы төбәктә кесе ҡоролтай ойошторҙо, балаларҙы башҡорт мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм йолаларына йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып бара. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге социаль селтәрҙәрҙә әүҙем яҡтыртыла.
Ирина Флүр ҡыҙы уҙған йылдан башлап районда “Айыҡ ауыл” проекты өсөн яуаплы. 2023 йылда уның етәкселегендә Бекетов ауылы республика конкурсында еңеүсе булды һәм 4 миллион һум күләмендә аҡсалата сертификат алды. Бөгөн Бекетов ауылында “Айыҡ ауыл” конкурсында еңгән аҡса иҫәбенә төҙөлгән яңы балалар спорт майҙансығын асыуға әҙерлек бара.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Ирина Рәхмәтуллина мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын үҫтереү һәм нығытыу буйынса лә ҙур эш алып бара. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының грант конкурстарында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә 2017 - 2023 йылдарҙа мәҙәниәт учреждениеларын капиталь ремонтлауға һәм уларҙың матди-техник базаһын нығытыуға районға 35 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.
Йәрмәкәй районы башҡорттары ҡоролтайы Фән һәм мәғариф йылы сиктәрендә лә әүҙем эш алып бара. Мәктәпкәсә йәштәге балалар, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр менән эшләүгә, һөнәри йүнәлеш биреүгә, ата-әсәләр берләшмәләре менән эшләүгә айырыуса иғтибар ҙур.
Йыл һайын районда башҡорт мәҙәниәте айлығы ойошторола, уның сиктәрендә төрлө осрашыуҙар, мәҙәни-күмәк, фәнни саралар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Мәҫәлән, мәктәпкәсә йәштәге балаларға, тәрбиәселәргә ҡурай, башҡорт бейеүҙәре, халыҡ уйындары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса саралар бик оҡшай.
Йыл дауамында башҡорт ырыуҙары тарихына, шулай уҡ танылған мәғрифәтселәргә, күренекле уҡытыусыларға һәм фән эшмәкәрҙәренә арналған берҙәм тематик дәрестәр ойошторолдо. Июль-август айҙарында Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары балалары өсөн мәҙәни-белем биреү экскурсиялары һәм саралары уҙғарылды.
Район мәктәптәрендә урта һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары вәкилдәрен йәлеп итеүгә лә ҙур иғтибар бүленә.
Ноябрь башында Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжының Йәрмәкәй ауылындағы филиалында студенттар Рәсәйҙең алдынғы аграр юғары уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт аграр университеты вәкилдәре менән осрашты.
Һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, суд һәм эске эштәр органдары вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелде. Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжы майҙансығында Йәрмәкәй районының 9-сы класс уҡыусылары өсөн остаздар архитектор һәм инженер-электрик һөнәрҙәре буйынса һөнәри һынауҙар үткәрҙе.
Ирина Рәхмәтуллина әүҙем, булдыҡлы белгес кенә түгел, ғаилә тормошонда ла һәр яҡтан уңған. Ул тормош иптәше менән өс ул тәрбиәләй, үҙҙәренең миҫалында маҡсатлы һәм тырыш шәхестәр итеп тәрбиәләй.
Г. Рәсүлева әҙерләне.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.