

Ҡыйғы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сөмбөл Исмәғилева был вазифаға 2021 йылдың сентябрендә һайланған. Ул урындағы "Беҙҙең Ҡыйғы” район гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй һәм тынғыһыҙ эше араһында йәмәғәтселек эшмәкәрлегенә лә ваҡыт таба. “Беҙҙең маҡсат – берҙәм булыу, халҡыбыҙға хеҙмәт итеү", – ти Сөмбөл Фәим ҡыҙы.
Уға һүҙ бирәйек:
“Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайы райондағы иң әүҙем йәмәғәт ойошмаларының береһе булып тора. Ул халҡым, телем, илем тип янып эшләгән әүҙем милләттәштәрҙе берләштерә. Ҡоролтайҙың президиумында һәр ауылдан вәкил бар.
Ойошма эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – йәш быуынды тәрбиәләү һәм мәғариф өлкәһендә эшләүсе хөрмәтле лидерҙарҙың ошо ойошмала булып, башҡаларҙы ла үҙ артынан әйҙәүе шатлыҡлы күренеш. Улар иҫәбендә Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы филиалы мөдире Таңһылыу Сәхәүетдинова, Үрге Ҡыйғы 2- се урта мәкәтәбе директоры Рәсүл Фәхретдинов, Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбе уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре инә, шулай уҡ йәмәғәтселәр рәтендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре, китапханасылар ҙа бар.
Ҡыйғы башҡорттары ҡоролтайы районда үткән бер саранан да ситтә ҡалмай, һәр саҡ ваҡиғалар үҙәгендә булырға тырыша, ойоштороусылар иҫәбендә була. Республика, төбәк, район кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусыларға, башҡорт телен, халҡыбыҙ мәҙәниәтен популярлаштырыуға, тарихын өйрәнеүгә үҙ өлөшөн индергән милләттәштәргә урындағы ҡоролтай исеменән бүләктәр, рәхмәт хаттары, дипломдар тапшырыу матур традицияға әүрелгән. Эшләгән кешегә ваҡытында рәхмәт әйтеү, күрә белеү ҙә бик мөһим. Хөрмәт, ышаныс белдереү кешене яңы эштәргә ҡанатландыра, дәрт бирә.
Районда балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, туған телгә һөйөү уятыуға ҙур иғтибар бирелә. Йәш шиғыр һөйләүселәр конкурсында башҡорт телендә шиғыр ятлаусы балаларҙы күреү шатлыҡлы. Тәрбиә эшенә улар ата-әсәләрҙе лә йәлеп итә, конкурстарҙа ҡатнашалар. Мәҫәлән, быйыл Үрге Ҡыйғылағы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһында үткән “Йәш батыр” бәйгеһендә уңышлы сығыш яһаны, Әнүр Исмәғилев гран-при алып ҡайтты.
Ҡоролтай ағзалары араһында дин әһелдәре булыуы бик яҡшы. Мәҫәлән, Илнур хәҙрәт Хәкимйәнов, Дим Ғимашев, Әмирхан хәҙрәт Сәғитов халыҡ менән әүҙем эш алып бара. Йәштәрҙе дин юлына, айыҡ тормошҡа әйҙәү йәһәтенән улар әүҙем. Йәштәр араһында сәләмәт тормошто, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу эшен алып баралар, башҡаларҙы үҙ өлгөләрендә тәрбиәләйҙәр.
Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙа Иҫке Мөхәмәт ауылы тәжрибәһен дә билдәләп үтергә мөмкин. Ауылда эш бер нисә йүнәлештә алып барыла. Спортты яраталар: иҫке мөхәмәттәр барыһы ла волейболсы, тиһәк тә хата түгел. Ауылда биш волейболсы ғаилә командаһы бар. 25 йыл рәттән пляж волейболы буйынса төбәктә республика, төбәк-ара кимәлдә турнир уҙғарыла. Былар барыһы ла рухлы ир-азамат Асҡар Кәлимуллин башланғысында.
Сәриә Яруллина "Аҡйондоҙ” ижади-интеллектуаль балалар коллективын етәкләй. Мәктәп уҡыусылары ауыл тарихы буйынса тикшеренеү эштәре башҡара, ошо эштәр нигеҙендә сәхнәләштереүҙәр яһай. Улар республика кимәлендәге конкурстар еңеүсеһе.
Бында оло быуын вәкилдәре, ағинәйҙәр халҡыбыҙ йолаларын терегеҙеүгә, йәш быуынға еткереүгә үҙ өлөшөн индерә. Ауыл мәсетенең бер ҡасан да буш торғаны юҡ. Ауылдың 2021 йылда “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сығыуы ла осраҡлы түгел.
Быйыл да район ауылдары был конкурсҡа ихлас ҡушылды. 26 ауыл сәләмәт тормошто пропагандалау йәһәтенән төрлө саралар ойошторҙо, айыҡлыҡ хәрәкәте төрлө быуын вәкилдәрен берләштерҙе, – тип белдерә Сөмбөл Исмәғилева.
Г. Рәсүлева әҙерләне.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.