Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2023, 10:00

Башҡортостан Башлығы М. Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды

Башҡорт теле көнө уңайынан Өфөлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров атаҡлы шағир-мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә илтте. 

Башҡортостан Башлығы М. Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалдыБашҡортостан Башлығы М. Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды
Башҡортостан Башлығы М. Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды

Башҡорт теле көнө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2019 йылдағы указына ярашлы билдәләнә. Байрам XIX быуаттың күренекле башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Акмулланың тыуған көнөнә арнап иғлан ителде. Был көндә республиканың бар район-ҡалаларында мәғрифәти, мәҙәни-ял саралары үткәрелә.

Башҡорт теле көнөндә республика Башлығы “Һомай” атамаһы бирелгән “аҡыллы колонка" тураһында һөйләне. Проект – Башҡортостан халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса йыл һайын уҙғарылған грант конкурсы еңеүселәренең береһе. “Һомай” рус һәм башҡорт телдәрендә аралаша ала.

– Туған телде һәм мәҙәниәтте өйрәнергә, унан бигерәк, яратырға мәжбүр итеү мөмкин түгеллегенә иманым камил. Уның ҡарауы, иң заманса ысулдарҙы һәм технологияларҙы ҡулланып, уҡыу процесын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итергә була, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бөгөн Башҡортостанда Башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ. Башҡортса һөйләшкән, телде өйрәнгән һәм башҡаларға өйрәткән һәммәһен байрам менән ҡотлайым!

 

Сығанаҡ: glavarb.ru

Башҡортостан Башлығы М. Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды
Башҡортостан Башлығы М. Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды
Башҡортостан Башлығы М. Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды
Башҡортостан Башлығы М. Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас