

Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеү, уларҙы йәштәргә күрһәтеү матур традицияға әйләнә бара. Бөгөн күпселек туйҙарҙа киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһы башҡарыла.
Әбйәлил районының Ҡушый ауылында ошо көндәрҙә сәстәрен сәскә бәйләгән бәхетле пар - МХО-ла ҡатнашҡан Радмир менән Белорет районы ҡыҙы Нәфисәнең туйҙары үткән. Унда ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһын башҡарған. Йыр-бейеү, гармун моңдары менән яңы төшкән киленгә бикәстәре һыу башлатҡан, төрлө ырым-йолалар башҡарылған.
Артабан ҡунаҡтар килен алып ҡайтҡан шифалы һыуҙы ҡайнатып, самауыр сәйе артында йәштәргә изге теләктәр теләгән.
Йәштәр бәхетле булһын!
Фото: Ҡушый ауыл клубы төркөмөнән.