

24 декабрҙә Мостай Кәрим һәм Чернышевский урамдары киҫелешендә үҙенсәлекле комплекс асылды. Этноауыл – Өфө ҡалаһының тарихи үҙәген үҫтереү проекты, ул туристик кодты формалаштырыу сиктәрендә федераль грантҡа тормошҡа ашырылған. Ул тирмәләр, “Башҡорт сәйе” арт-объекты, яҡтылыҡ композициялары менән тулыландырылған. Объект баш ҡаланың 450 йыллығына төҙөлгән.
Асыу тантанаһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Денис Ғәниев, Агарагим Кагиргаджиев, Гөлләриә Ялсыҡаева, Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов, “Арт-Квадрат” идара компанияһы директоры Рим Бикмаев ҡатнашты.
– Беҙ федераль грант оттоҡ, шул аҡсаға ошо этно-ауыл төҙөлдө. Шулай уҡ Өфөлә һеҙ күрәсәк башҡа арт объекттар ҙа төҙөләсәк. Был ауылдың асылыуы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнөнә тура килеүенә бик шатбыҙ, – тип билдәләне Агарагим Кагиргаджиев.
Олег Котов үҙенең сығышында комплексты районға бик яҡшы бүләк булды тип белдерҙе.
– Был урында шундай матур идея барлыҡҡа килгән өсөн тәү сиратта Ратмир Рафил улы Мәүлиевҡа рәхмәт әйтергә теләр инем, был уның идеяһы, – тине ул.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев үҙе лә этноауылдың эшмәкәрлеге менән танышты.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: ufacity.info