Башҡорт донъяһы
3 Февраль 2024, 08:00

Хәйбуллалар Орск сәхнәһен гөрләтте!

Ырымбур өлкәһе башҡорттар күпләп йәшәгән төбәк. Хәйбуллалар күршеләренә милли рух таратты.

Хәйбуллалар Орск сәхнәһен гөрләтте!Хәйбуллалар Орск сәхнәһен гөрләтте!
Хәйбуллалар Орск сәхнәһен гөрләтте!

"Күршеләргә милли рух" исеме аҫтында хәйбуллалар Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында Район мәҙәниәт йорто һәм Әбеш ауылының сәхнә оҫталары тарафынан әҙерләнгән ижади программа менән сығыш яһаған. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр иттеләр. 

"Күрше өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн программа шулай уҡ Әбеш уңғандарының ауыл хужалығы продукцияһынан һәм милли ҡул эштәренән торған сауҙа күргәҙмәһе менән байытылды. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам итеүсе Хәйбулла ирекмәндәре лә килгән ҡунаҡтарға маскировкалау селтәрҙәре, окоп шәмдәре һәм башҡаларҙы эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Сараны асып, Орск ҡалаһы мэры Василий Козупица үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Районыбыҙ башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сиратында бындай осрашыуҙарҙың әһәмиәте хаҡында билдәләне, оҙаҡ йылдар дауамындағы дуҫтарса, эшлекле мөнәсәбәттәр артабан да дауам итер тигән ышаныс белдерҙе. Ырымбур өлкәһе башҡорттар күпләп йәшәгән төбәк. Республикабыҙҙан ситтә, әммә үҙҙәренең тарихи аҫаба ерҙәрендә донъя ҡорған ҡанҡәрҙәштәребеҙ үҙ асылын онотмай, тип билдәләнде осрашыу барышында. Мәҙәниәт һарайының фойеһында уҡ дәртле ҡурай моңдарын ишетеү менән һикереп төшөп бейеүҙәре, зал тултырып килеүҙәре, ихласлыҡ менән тулы йылы аралашыуҙар ошо хаҡта һөйләй.
Оҙаҡ дауам итте байрам тамашаһы. Артистар тамашасыларҙы төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәре, моңло йырҙар һәм ҡурай моңо менән хайран ҡалдырҙы.
Бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын һәм дәртле бейеүҙәрен яратып ҡабул итте Орск тамашасыһы. Концерт ҙур уңыш һәм аншлаг менән үтте. Зал дәртле ҡурай моңона бейергә төштө, сағыу, онотолмаҫлыҡ арала ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн аяғүрә баҫып алҡышланы", - тип хәбәр ителә район хакимиәте сайтында.

Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Хәйбуллалар Орск сәхнәһен гөрләтте!
Хәйбуллалар Орск сәхнәһен гөрләтте!
Хәйбуллалар Орск сәхнәһен гөрләтте!
Хәйбуллалар Орск сәхнәһен гөрләтте!
Хәйбуллалар Орск сәхнәһен гөрләтте!
Хәйбуллалар Орск сәхнәһен гөрләтте!
Хәйбуллалар Орск сәхнәһен гөрләтте!
Хәйбуллалар Орск сәхнәһен гөрләтте!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас