Республикала Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарылған “Айыҡ ауыл” республика конкурсы бара. Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылы ла был конкурсҡа ихлас ҡушылған.
Был ауылда бик әүҙем, тыуған төйәгенең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып-көйгән халыҡ йәшәй. Хәжәттәр халыҡ йыйынында ауылдың иң ихлас кешеләренән инициатив төркөм ойошторған. Айыҡ тормошҡа саҡырған плакаттар һәм баннерҙар ҡуйғандар. Был әһәмиәтле сараға сәләмәт тормошто пропагандалау, төрлө спорт саралары үткәреү, эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыу, ауылды төҙөкләндереү, был эшкә бар халыҡты йәлеп итеүҙе, өмөтлө быуын тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуйғандар.
Күптән түгел унда бик ҡыҙыҡлы ярыш үткән. 50 йәште уҙған Мең ырыуы ҡатын-ҡыҙҙары араһында быйма кейеп боҙҙа осраштылар. “Быймала хоккей” тип аталған үҙенсәлекле ярышта дүрт команда ҡатнашҡан.
Благовар, Бишбүләк Шишмә, Өфө районы командалары үҙ-ара көс һынашҡан. Михайловка ауыл биләмәһенең “Етеҙ быймалар” командаһының сағыу формалары тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп иткән. Мауыҡтырғыс уйында беренсе урынға уйын хужалары – шишмәләр сыҡһа, Бишбүләк районы командаһы 2-cе һәм Благовар районы 3-cө урын яулаған.
Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашҡан. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов, Шишмә районы хәкимиәте башлығы Ришат Әнис улы Мансуров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Шамил Римзил улы Вәлиев, Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов һ.б. килгән. Барлыҡ еңеүселәргә лә "Мең ырыуы" төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.
Мәғлүмәт һәм фотолар: Әнисә Әлмөхәмәтова.