Башҡорт донъяһы
15 Февраль 2024, 14:00

"Өлгөлө атай" конкурсында тауыш биреү бара

Унда төрлө райондарҙан 17 атай майҙан тота.

"Өлгөлө атай" конкурсында тауыш биреү бара"Өлгөлө атай" конкурсында тауыш биреү бара
"Өлгөлө атай" конкурсында тауыш биреү бара

Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлаша. Ошо уңайҙан, быйыл Ғаилә йылы булыуын иҫәпкә алып, төркөмөбөҙҙә тағы ла бер шәп конкурс иғлан иттек.
Ун көн дауамында республикабыҙҙың район-ҡалаларында күп бала тәрбиәләгән, өлгөлө ғаилә башлығы булған, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан атайҙар “ӨЛГӨЛӨ АТАЙ” исеме өсөн көрәшә.

Бәйге 12 февралдән 22 февралгә тиклем дауам итә. 
22 февралдә, 21.00 сәғәттә, иң күп тауыш йыйған өс ир-егет һайлап алынасаҡ. Улар хаҡында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәр “Башҡортостан” гәзитенең дипломы менән бүләкләнә. 

Һеҙҙең яҡтан бары үҙегеҙгә оҡшаған конкурсант өсөн тауыш биреү талап ителә! 
Бының өсөн ошо һылтанма аша инеп, тауыш бирегеҙ: https://vk.com/gazetabashkortostan 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас