Башҡорт донъяһы
18 Февраль 2024, 05:00

Ғаиләһе өсөн йән ата

Эштән буш ваҡытта Ленар Яримов ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, акцияларҙа, күмәк саралар үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Ул “Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ойошторған “Өлгөлө атай” конкурсында ҡатнаша. 

Ғаиләһе өсөн йән атаҒаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата

“Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ойошторған “Өлгөлө атай” конкурсында Дүртөйлө районының Семилетка ауылынан Ленар Яримов ҡатнаша. Ул ауыл мәҙәниәт йорто мәҙәни-ял итеү үҙәге мөдире. Ҡатыны Лиана Илгиз ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләйҙәр.

Ленар Фларит улы Кушнаренко педагогия колледжын һәм Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһын тамамлаған. Республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты. Район һәм республика кимәлендәге төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бейеү коллективтары менән етәкселек итә, халыҡ театр коллективы режиссеры. Отпуск ваҡытында Дүртөйлө районының “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә комбайнсы булып эшләй.

Эштән буш ваҡытта Ленар ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, акцияларҙа, күмәк саралар үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итә. Ауылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу координаторы булып тора.

Ул Дүртөйлө районы хакимиәтенең һәм Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.

Ҡатыны Лиана Илгиз ҡыҙы Семилетка ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләгән, әлеге ваҡытта декрет ялында. Улдары Дамир III класта уҡый, ул йырлай, бейей. Район вокал конкурстары призеры. Улдары Данияр - II класс уҡыусыһы. Ул да бик әүҙем бала, ата-әсәһенә төҙөлөш һәм ремонт эштәрендә ярҙам итергә ярата. Софияға - бер йәш.

Ленар Фларит улы - уңған ғаилә башлығы, ышаныслы ир һәм балалары өсөн йән атып торған атай. Ошондай атайҙар күберәк булһын.

Фото: Ленар Яримовтың ғаилә альбомынан.

Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Ғаиләһе өсөн йән ата
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас