Башҡорт донъяһы
22 Февраль 2024, 08:30

Рәйфә инәйгә 102 йәш!

Яңыраҡ уның тыуаһы тыуған.

Рәйфә инәйгә 102 йәш!Рәйфә инәйгә 102 йәш!
Рәйфә инәйгә 102 йәш!

Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәйфә Насированы 102 йәше менән ҡотлауын хәбәр итте.

"Бөгөн беҙҙең Красный Восход ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйфә Насирова 102 йәшен билдәләне. Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы - ғәжәп зирәк кеше, шаярта, яңылыҡтар ҡарай, бөтә сәйәси ваҡиғалар тураһында белә. Уның менән аралашҡандан һуң тағы ла тырышып эшләргә һәм маҡсаттарға етергә теләйем.

Р.Ғ. Насированың бөтәһе алты балаһы, 14 ейән-ейәнсәрҙәре, 18 бүләсәре бар һәм яңыраҡ ҡына тыуасаһы тыуған. Балаларына хәстәрлек, яҡшы тәрбиәләгәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙыеа һәм уның балаларына ныҡлы һаулыҡ теләйем", - тиелә унда.

Сығанаҡ: https://vk.com/guzelnasyrova13

Рәйфә инәйгә 102 йәш!
Рәйфә инәйгә 102 йәш!
Рәйфә инәйгә 102 йәш!
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас