Башҡорт донъяһы
26 Февраль 2024, 11:00

Һай, афарин, егеттәр!

Бөрйәндә "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" үтте

Һай, афарин, егеттәр!Һай, афарин, егеттәр!
Һай, афарин, егеттәр!

Башҡорт халҡы борон-борондан йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән.

Төрлө байрамдарҙы ла атһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Һуңғы йылдарҙа ат менән бәйле байрамдарҙа онотолоп барған “Ауҙарыш” уйынын тергеҙеү башланды. Былтыр беренсе тапҡыр үткәрелгән “Башҡорт аты” фестивале лә - быға миҫал.

Ауҙарыш уйыны башҡорт халҡының һыбай оҫта йөрөүен һәм ат өҫтөндә алышты сағылдыра.  

“Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ауҙарыш ниндәйҙер баҫтырыш йәки ат сабышы кеүек түгел, ә сикле бер махсус майҙанда үтә. Был һыбай көрәштең таулы урында барлыҡҡа килеүен дәлилләй. Атта ултырған килеш билдәренә таҫтамал ураған ике егет бер-береһен һөйрәп-тартҡылап, ҡолатырға тырышып көрмәкләшә. Кем аттан һөйрәп төшөрә -  шул еңеүсе була. Атҡа йәки бәйгесегә һуғыу, баштан йәки йүгәндән тотоу тыйыла. Тамаша ҡылған халыҡ бәйгеселәрҙе дәртләндереп торор булған. Г.Шаһапованың тикшеренеүҙәренә ярашлы, ауҙарыш хәрбиләштерелгән сифатҡа эйә, сөнки яугирҙәрҙе нисек атта алышырға, дошман менән бәрелешеүҙән ҡурҡмаҫҡа өйрәтә”.

Хәҙерге көндә ауҙарыштың бер нисә ҡағиҙәһе бар. Уйын 15 минут бара. Бәйгеселәр өс ауырлыҡ категорияһында көс һынаша: бәләкәй ауырлыҡ – 65 килограмға тиклем, уртаса ауырлыҡ – 80 килограмға тиклем, ҙур ауырлыҡ – 80 килограмдан ашыу булған көрәшсе.

Әгәр уйын барышында еңеүсе билдәләнмәһә, еңеүсене асыҡлау өсөн өс минутлыҡ тәнәфестән һуң биш минут өҫтәмә уйын ваҡыты бирелә.

Бәйге һөҙөмтәһе ошолай билдәләнә: бәхәсһеҙ еңеү өсөн өс мәрәй, әүҙем көрәш өсөн ике мәрәй, һүлпән көрәш өсөн штраф мәрәйҙәр бирелә.

Уйынсыларға ҡаршы яҡ бәйгесеһенә йәки уның атына һуғыу, уның башынан, сәсенән йәиһә аттың эйәренән тотоп алыу, ҡулын ҡайырыу, өҫтөнә аттың теҙгенен ташлау тыйыла.

Фотола Бөрйән районында үткән "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары"нан күренештәр.

Мәғлүмәт: https://kitaplong.ru/audarish_bash

Фото: https://vk.com/tan_gazite 

Һай, афарин, егеттәр!
Һай, афарин, егеттәр!
Һай, афарин, егеттәр!
Һай, афарин, егеттәр!
Һай, афарин, егеттәр!
Һай, афарин, егеттәр!
Һай, афарин, егеттәр!
Һай, афарин, егеттәр!
Һай, афарин, егеттәр!
Һай, афарин, егеттәр!
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас