Туй табынының иң сағыу өлөшө - туй тортын аукционда һатыу.
Был конкурс яңы тормошҡа аяҡ баҫҡан йәштәрҙең ғаилә бюджетын мөмкин тиклем күберәк тулыландырыу маҡсатында ойошторола. Интернет селтәрендә "Башҡортостандағы иң ҡиммәтле торт" тип исемләнгән видео таралды.Туйҙарҙың береһендә ҡунаҡтар өсөн әҙерләнгән торттың тәүге киҫәге өсөн аукционда 130, 150, хатта 200 мең тәҡдим итәләр.
Шулай итеп, Белорет районы егете Айбулат Сөләймәнов торттың тәүге киҫәген 230 мең һумға һатып алған. Яңы ғаилә ҡорған дуҫына ҡиммәтле бүләк яһаған. Шәп бит, ә?!
Сығанаҡ: Башҡорттар-БСТ Фото: Видеонан скриншот.