Башҡорт донъяһы
4 Март 2024, 15:00

Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә

“Башҡортостан” гәзите социаль селтәрҙә ойошторған “Иң уңған ойоштороусы ҡатын-ҡыҙ” конкурсында Әбйәлил районының Рәхмәт ауылынан Идия Миҙхәт ҡыҙы Ғәлимова ҡатнаша. 

Һоҡланғыс ғаилә йәшәй РәхмәттәҺоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә

“Башҡортостан” гәзите социаль селтәрҙә ойошторған “Иң уңған ойоштороусы ҡатын-ҡыҙ” конкурсында Әбйәлил районының Рәхмәт ауылынан Идия Миҙхәт ҡыҙы Ғәлимова ҡатнаша.

Ул Учалы районының Баттал ауылында клуб мөдире булып эшләй. Республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзаһы. “Иң яҡшы иҫәп алыусы”, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалдары менән бүләкләнгән. Өс бала әсәһе, оло улы мәрхүм.

Рәхмәт егете Зиннур менән Яйҡар ауылы ҡыҙы Идия 1989 йылда өйләнешәләр. Өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Эшкә әрһеҙ, талымһыҙ йәштәр колхозда эшләй, Зиннур веттехник, Идия келәт мөдире, фуражсы, ашнаҡсы була. Идия Миҙхәт ҡыҙы, хыялын тормошҡа ашырып, ситтән тороп юғары белем ала. Мәктәптә эш булмағас, ауыл клубына эшкә төшә, фольклор коллективын ойоштора, бер юлы ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Матди ярҙам йөҙөнән район хакимиәте бүлгән ағастан тиҙ арала ҙур йорт күтәрәләр.

Әммә тормош булғас, төрлө хәлдәр була. 2007 йылда бәхетһеҙлек ишек шаҡый – Алмасты йәшен ата. Ошо юғалтыуҙан һуң да тәҡдирҙәренә баш эймәй Ғәлимовтар. Ҡулға-ҡул тотоношоп, ауыр ҡайғыны бергә күтәрәләр. Алмасһыҙ йәшәүҙе дауам итеүе нисек кенә ауыр булмаһын, хәсрәттәрен эш менән баҫып, улдары Илсурҙы, ҡыҙҙары Илзирәне үҫтерерлек көс табалар.

Уларҙың донъялары сынъяһау, төҙөк, етеш, ҡотло. Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә ауыр тормош хәлендәге ғаиләләр әҙ осрамай. “Ауылда эш юҡ”, – тип һылтана күптәр. “Эш булмаһа ни, ике ҡул үҙебеҙҙеке, эшләргә теләк бар”, – тип яуаплай Ғәлимовтар был осраҡта. Кәртә тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт көтәләр. Йыл әйләнәһенә хужабикә аҙнаның бер көнөн һөт ризыҡтары менән сауҙа итеүгә бағышлай. Магнитогорскиға, Белоретҡа йәки Верхнеуралды үҙе автомобилдә гиҙеп сыға. Бер ыңғайы кәсептәш ауылдаштарын баҙарға алып йөрөй. Малдары ишле булғас, һанлап итен, ҡаҙы-тултырмаһын, һарығын, түшкәләп ҡаҙ-өйрәген, күркә-тауыҡтарын да баҙарға сығаралар.

Идия Миҙхәт ҡыҙы аш-һыуға оҫта, милли ризыҡтарҙы тәмле итеп әҙерләй.

Рәхмәт ауылының 2013 йылда республика кимәлендә “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуында, ауыл халҡын сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәп-күндереүҙә Идия Миҙхәт ҡыҙының роле бик ҙур. Ауыл биләмәһе етәкселеге, урындағы депутаттар менән бер рәттә ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә эскелеккә ҡаршы көрәшкә көсөн йәлләмәй. Һәм һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй. “Иң айыҡ ауыл” номинацияһында еңеп сығып 200 мең һумлыҡ грант ала рәхмәттәр.

Идия ханым йомаларҙы, дини байрамдарҙы ҡалдырмай. Бынан тыш, үҙе клубта эшләгән саҡта туплаған “Умырзая” фольклор ансамблен дә тарҡатмай тотоп килә. 2016 йылда арҙаҡлы ауылдаштары – ғалимә Фирҙәүес Хисаметдинованың саҡырыуы буйынса “Умырзая”ларға Венгрияға барып, төрки халыҡтар ҡоролтайында ҡатнашыу бәхете лә тейә.

Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә. Уларҙың гөл-сәскәләргә күмелгән ҡунаҡсыл йортонан кеше өҙөлмәй. Ҙур рәсми ҡунаҡтар булһынмы, ябай үткенсеме, алсаҡ хужалар һәр береһен ихлас ҡабул итә, һый ҙа, илтифатлы мөнәсәбәт тә һәммәһенә лә етә.

Фото: Идия Ғәлимованың ғаилә архивынан.

Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Һоҡланғыс ғаилә йәшәй Рәхмәттә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас