5 мартта Сибай концерт-театр берекмәһендә - филармонияла Башҡортостан Республикаһының Ирҙәр ҡоро төбәк форумында “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Ватан һаҡлаусылар көнөнә һәм Ғаилә йылына бағышлап ойошторолған “Өлгөлө атай” конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһы үтте.
Дәүләт Думаһы депутаты, “Ирҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зариф Байғусҡаров һәм “Башҡортостан” гәзитенең дәүләт һәм сәйәсәт бүлеге мөдире Рәмилә Мусина еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Өлгөлө атай” конкурсында Дүртөйлө районынан Ленар Яримов – I, Ҡырмыҫҡалы районынан Зәбир Баһауетдинов – II, Баймаҡ районынан Сибай Утарбаев III урын яуланы. Шулай уҡ Бөрйән районынан 11 бала атаһы Ишкилде Фәхрийәнов “Рухлы атай” номинацияһында билдәләнде.
Конкурста ҡатнашҡан атайҙар “Башҡортостан” гәзите ойошторған саранан ҡәнәғәт ҡалған һәм атайҙарға иғтибар биргән өсөн гәзит коллективына рәхмәт белдерҙе.
– Конкурста ҡатнашыу оҡшаны. Бөгөн йәмғиәттә атайҙарҙың абруйын, ролен, баһаһын үҫтереү айырыуса мөһим. Һеҙ ошо сара аша ғаилә статусын күтәрҙегеҙ. Балаларға, бигерәк тә малайҙарға атай тәрбиәһе биреү мөһим, шул саҡта ғына улар ысын ир, атай, Ватан һаҡсыһы булып үҫә, – тине Ленар Яримов (һүрәттә уңдан беренсе).
Зәбир Баһауетдинов (һулдан беренсе) ҡытыны Лиана Фәнит ҡыҙын да ҡотлау сараһына алып барҙы. Лиана Фәнит ҡыҙы ла гәзиттең ябай халыҡҡа иғтибарлы булыуына рәхмәт әйтте. “Беҙ тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, өйҙән алыҫҡа сыҡҡаныбыҙ юҡ ине. Тормошобоҙҙо төрлөләндереп ебәрҙегеҙ. Бер ыңғайға донъя күреп ҡайттыҡ. Рәхмәт һеҙгә!” – тине ул.
Сибай Утарбаев та (һүрәттә уңдан икенсе) ҡатыны Резеда Ирек ҡыҙы менән килгән. Улар ҙа конкурста ҡатнашыуҙан ҡәнәғәт ҡалыуҙарын белдерҙе. “Атайҙар бәҫен күтәргән саралар кәрәк. Үҙем ауылда Атайҙар ҡоро етәксеһе. Атайҙар һәм балалар менән эшләйем. Шуға ла был тема яҡын. Был сара йәш быуынға тәрбиә биреүгә тос өлөш индерә. "Башҡортостан" гәзитенә ҙур рәхмәт”, – тине Сибай Утарбаев.
Беҙ иһә “Өлгөлө атай” конкурсында еңгәй атайҙарҙы ошондай сарала тәбрикләп, бүләкләүҙе ойоштороуҙа ярҙам иткән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа, “Атайҙар ҡоро” ағзаһы Раян Миһрановҡа рәхмәт белдерәбеҙ.
Фото сығанағы: Рәмилә МУСИНА.