Бөтә яңылыҡтар

Яугир ҡатындарына байрам бүләк иткәндәр

Уларға бай һәм мауыҡтырғыс осрашыу ойошторғандар

Яугир ҡатындарына байрам бүләк иткәндәр
Яугир ҡатындарына байрам бүләк иткәндәр

Йылайыр районының Юлдыбай ауылы мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә осрашыу үткән. Тормош иптәштәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырғандар. Гүзәл заттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы уйындар һәм дәртле бейеүҙәр үткән. Әнисә Каримова менән Зилә Боҫҡонова ауыр саҡта, балалар, яҡындарың өсөн көн дә уҡырға кәрәкле доғалар менән таныштырған. Гөлнара Рафиҡова мунсаҡ эшләү серҙәренә өйрәткән. Айзилә Әмәкәсова маникюр серҙәре менән бүлешкән. Сәлимә Хәлитова ҡатын-ҡыҙҙарға прическа яңыртҡан. Миләүшә Моратова үҙенең ҡул эштәре менән һоҡландырған. Лилиә Хәлитова әҙерләгән тултырылған балыҡ менән ҡунаҡтарға йәмле табын әҙерләнгән. Земфира Кинйәбаева фәһемле лә ҡыҙыҡ та уйын ойошторған. Айзада Низамова иһә гимнастик бейеү үткәргән. Осрашыу өҫтәл артында, күстәнәстәр менән сәйҙәр эсеп йылы һөйләшеү менән тамамланған.

 

 

Сығанаҡ: https://vk.com/club138510180 [Ссылка] "Центр культуры и досуга" с. Юлдыбаево https://vk.com/club138510180

Яугир ҡатындарына байрам бүләк иткәндәр
Яугир ҡатындарына байрам бүләк иткәндәр
Яугир ҡатындарына байрам бүләк иткәндәр
Яугир ҡатындарына байрам бүләк иткәндәр
Яугир ҡатындарына байрам бүләк иткәндәр
Яугир ҡатындарына байрам бүләк иткәндәр
Яугир ҡатындарына байрам бүләк иткәндәр
Яугир ҡатындарына байрам бүләк иткәндәр
Яугир ҡатындарына байрам бүләк иткәндәр
Яугир ҡатындарына байрам бүләк иткәндәр
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: