Бөтә яңылыҡтар

Туғанының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй

Миңлевафа инәйгә – 100 йәш!

Туғанының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй
Туғанының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко "Бәйләнештә" социаль селтәрендә түбәндәге яҙмаһы менән уртаҡлашҡан.

– Миңлевафа Сабирйән ҡыҙы – Алағуз ауылынан, ул Сабирйән Латип улы һәм Маһира Муфтах ҡыҙы ғаиләһендә тыуып үҫкән, – тип яҙған Зөһрә Гордиенко – Уның атаһы беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, ауыр яраларҙан вафат булған. Атаһы үлгәндә Миңлевафаға ни бары ете генә йәш булған. Шундай ауырлыҡтарға ҡарамай, әсәһе өс баланы аяҡҡа баҫтырған.

Зөһрә Гордиенко әйтеүенсә, йәш ҡыҙ бәләкәйҙән ауыр эштәргә егелә. Ҡыҙғаныс, уның йәшлегенә Бөйөк Ватан һуғышы тура килә. Миңлевафа Кәрим Ғәйнетдиновҡа кейәүгә сыға. Ошо көндәрҙә Миңлевафа инәй 100 йәшлек юбилейын билдәләгән. Әле йөҙйәшәр Ҡолбаҡ ауылында туғанының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй.

– Оҙон ғүмерле булыуҙың сере – эшһөйәрлек, ғәҙел булыу, үҙеңдең һаулығыңды хәстәрләү, әлбиттә, оптимист булып ҡалыу, – ти Миңлевафа инәй.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: