Бөтә яңылыҡтар

“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы

Тәүҙә ярым ҡатнаш тоҡомло аттар, артабан эшсе аттар сабышты. Тирмәләрҙә башҡорттоң ҡунаҡсыллығы сағылды.

“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы

Яҙҙың тәүге көнөндә Салауат Юлаевтың тыуған ерендә алтынсы тапҡыр “Көҙәйҙәр бәйгеһе” район ат-сана ярышы үтте. Ҡышҡы уҙыш “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан Салауат районының Әлкә ауылы эргәһендә уҙғарылды. Сарала ҡатнашыусыларҙы Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов сәләмләне.

Байрамды асыу тантанаһында Өфөнән абруйлы ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, “Торатау” геопаркы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев сығыш яһаны. Шулай уҡ Салауат район депутаттары советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов ҡатнашты.

Сара ат-сана уҙыштарынан башланды. Тәүҙә – ярым ҡатнаш тоҡомло аттар, артабан эшсе аттар сабышты. Әйткәндәй, быйыл Салауат районында ат спорты тарихында тәүге тапҡыр ҡышҡы ат ярышы уҙғарылды. Сараның иң сағыу һәм мауыҡтырғыс мәлдәренең береһе 12 ат ҡатнашҡан ҡышҡы уҙыш булды. Башҡорт халҡының тоғро юлдашы булған хайуандарға һоҡланырға, улар өсөн көйөп-янырға, фотоға төшөргә төрлө тарафтарҙан бик күп ҡунаҡтар килде.

Йыл һайын ярыштарҙа өлкәндәр менән бер рәттән йылҡысыларҙың балалары ла ҡатнаша. Батыр Камалетдинов һәм Динислам Шәмсетдинов бала саҡтан уҡ ат сабыштарында призлы урындар яулай. Быйыл Илнар Ғәйнетдинов тәүге тапҡыр ҡатнашты һәм “Иң йәш ҡатнашыусы” номинацияһында билдәләнде. Илдар Камалетдинов ат-сана ярыштарында иң өлкән ҡатнашыусы тип танылды.

Ат-сана ярыштарынан тыш, “Салауат ат сабыштары” бик сағыу үтте, унда төрлө командалар ярышты. Тырнаҡлы ырыуы исеменән – Лағыр ауылы, Мырҙалар ырыуынан – Мәсетле, Арҡауыл һәм Таймый ауылдары, Шайтан-Көҙәй ырыуынан – Әлкә ауылы, Ҡыр-Көҙәй ырыуынан – Нәсибаш ауылы, Түбәләҫ ырыуынан – Мөрсәлим һәм Тирмән ауылдары халҡы сығыш яһаны. Ярыш йомғаҡтары буйынса I урынды – Шайтан-Көҙәй ырыуы вәкилдәре, II урынды – Тырнаҡлы ырыуы, III урынды Мырҙалар ырыуы яуланы.

Ҡурай сәскәһе рәүешендә урынлашҡан этно-биләмә байрам сараһының иң сағыу сағылышы булды. Был тирмәләрҙә Салауат районы оҫталары Римма Ғарифуллина, Зөлфиә Миңлеғолова, Эльмира Перевышина, Зилира Сабирова, Ирина Хәйрисламова, Гөлфария Ямалетдинова үҙҙәренең эштәрен – биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәрен күрһәтте һәм мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. ЮНЕСКО-ның “Янғантау” глобаль геопаркы хеҙмәткәрҙәре Эдуард Хәбибуллин һәм Айнур Ситдиҡов тәҡдим иткән Урта быуат яугирҙәренең кейемдәре һәм ҡоралдары тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Тырнаҡлы тирмәһе янында Лағыр ауылынан фольклор коллективы халыҡ йолаһын күрһәтте.

Һәр ҡунаҡ дәртле йырҙар һәм күңелле бейеүҙәр ҡарап, башҡорт аш-һыуынан ауыҙ итеп, милли тирмәләргә һоҡланып, көс һәм оҫталыҡ ярыштарына тамаша ҡылып, рәхәтләнеп ял итте. Мәҫәлән, “Ағинәйҙәр ҡоро” район йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре һәм Ләйсән Нурмөхәмәтова етәкселегендәге Ғаилә хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре бишбармаҡ әҙерләп күрһәтте. Ҡунаҡтарҙы тәмле былау һәм һурпа менән һыйланылар. Арҡауыл, Мәсетле һәм Таймый ауылы уңғандары 40 литрлыҡ самауырҙан сәй эсерҙе. Байрам хужалары – шайтан-көҙәйҙәр тирмәһендә башҡорттоң ҡунаҡсыллығы сағылды. Уларҙың тирмәһе янында райондың билдәле умартасылары Зағафуран Ғәйнетдинов һәм Сергей Гусев районда үҫешә башлаған солоҡсолоҡто һәм үҙ тауарҙарын күрһәтте.

Ҡыр-көҙәйҙәр тирмәһендә туризм буйынса семинар үтте, уның модераторы шәхси эшҡыуар, Рус география йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе рәйесе Илфат Исмәғилев булды. Семинар эшендә Артур Иҙелбаев һәм Салауат районының бизнес-шәрифе Илшат Хәсәнов ҡатнашты. Байрамды “Юлдаш” халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле һәм район мәҙәниәт йорто артистары Вадим Низаметдинов, Юлиә Садиҡова, Айгөл Хәлиуллина, Нурзиҙә Ханнанова матур йырҙар менән биҙәне, Ишембай ауыл биләмәһе гармунсылары ансамбле һәм Әлкә ауыл биләмәһе вокаль ансамблдәре үҙҙәренең сығыштары менән тулыландырҙы.

Өлкәндәр һәм балалар Әлкә ауыл мәҙәниәт йорто, Иҙрис һәм Юныс ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәре ойошторған халыҡ уйындарында ҙур теләк һәм дәрт менән ҡатнашты. Байрам сағыу булды һәм унда ҡатнашҡан һәр кемдең хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Әйткәндәй, Ғаилә йылында тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ – “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында “Ғаилә кәсебе” номинацияһында Әлкә ауылынан Динара һәм Айрат Шәмсетдиновтар ғаиләһе III урын яулаған. Был иһә әлкәләрҙең сәләмәт тормош менән йәшәүен күрһәтә.

Фото: Салауат районы хакимиәтенән.

“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
“Көҙәйҙәр бәйгеһе” гөрләп уҙҙы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: