Бөтә яңылыҡтар

Батманды шулай эшләй

Азамат Заһиҙуллин йылына 130-ҙан ашыу солоҡ умартаһы эшләгән кеше ул! 

Батманды шулай эшләй
Батманды шулай эшләй

Түбәндәге видеояҙмала Белорет районы оҫтаһы Азамат Заһиҙуллиндың ҡымыҙ бешеү һөм буҙа эшләү өсөн бик файҙалы һәм кәрәкле батман эшләүе күрһәтелә.

Ул бер нисә йыл элек солоҡсолоҡ буйынса шөғөлләнә. Милли кәсепте үҫтереү, ата-бабалары­быҙҙың шөғөлөн дауам итеү маҡ­сатында Ноҡат ауылы янындағы урманда боронғо солоҡтарҙы табып, уларҙы эшләргә өйрәнеп, үҙе лә умарта юна башлай.

Бөгөн ул – районда ошо йәһәт­тән иң тәүге оҫталарҙың береһе. Йылына 130-ҙан ашыу солоҡ умартаһы эшләгән кеше ул! Сығышы менән Ноҡат ауылынан. 1997–2016 йылдарҙа Белорет район эске эштәр бүле­гендә эшләп, хаҡлы ялға сығып, солоҡсолоҡ эшенә тотона.

Белорет оҫтаһы шулай уҡ йүкә ағасынан бал һәм ҡымыҙ һаҡлау өсөн төрлө ҙурлыҡтағы батмандар, тәпән, ҡымыҙ бешкес яһай. Был эштәрҙең барыһы ла сабыр­лыҡ һәм түҙемлек талап итә, сөн­ки ағас менән шөғөлләнеү ювелир эшенә тиң.

Автор фотоһы.

Видеояҙма: Азамат Заһиҙуллин.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: