Бөтә яңылыҡтар

Башҡорттар һәм боронғо скифтар: оҡшашлыҡтар

Ике ҡәүемгә ҡағылышлы ғилми фараздар менән танышыу халҡыбыҙ тарихы, уның килеп сығышы менән ҡыҙыҡһынған уйлыларға фәһемле булыр.

Башҡорттар һәм боронғо скифтар: оҡшашлыҡтар
Башҡорттар һәм боронғо скифтар: оҡшашлыҡтар

Беҙҙең күбебеҙ скифтар тураһында ишеткәне, уҡығаны бар һәм улар тураһында мәктәп күләмендә булһа ла ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә. Был халыҡ ҡайһы яҡтарҙан, ҡасан килеп сыҡҡан, тигән һорау ғалимдарҙы ҡыҙыҡһындырһа ла, әлегә тиклем аныҡ ҡына итеп берәү ҙә яуап бирә алғаны юҡ. Фараздар күп һәм хатта ҡайһы саҡта бер-береһенә ҡапма-ҡаршы килә.  Бәғзе ғалимдар скифтарҙы иран телле халыҡтарға индерә, икенселәре иһә уларҙы төрки халыҡтарҙың ата-бабалары тип ебәрә. Скифтарҙы өйрәнгән күпме ғалим булһа, шуныңса фараз, тип тә әйтергә булалыр.

 

Яҙма мәғлүмәттәр һаҡланмаған

Был халыҡтан беҙгә бер ниндәй ҙә яҙма өлгө килеп етмәгән. Улар тураһындағы мәғлүмәттәр күберәк боронғо грек авторҙарының хеҙмәттәрендә һаҡланған. Иң тулыһы – Геродот яҙмаларында. Скифтар тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр беҙҙең эраға ҡәҙәр VIII быуат аҙағында – VII быуат башында күренә башлай. Шул ваҡыттан алып беҙҙең эраның IV быуатына ҡәҙәр Дунай йылғаһының Ҡара диңгеҙгә яҡын ерҙәренән алып Каспий диңгеҙе буйҙарынан, Иҙел-Яйыҡ, Ҡаҙағстан далалары аша Алтайғаса һуҙылған оло дала арауығында күп һанлы һәм дә ғәйрәтле скиф исеме  менән дөйөмләштереп аталған, йәки ғалимдар тарафынан шул халыҡ даирәһенә ҡаратылған (сак, массагет, дай, сармат, савромат һәм башҡа) халыҡтар йәшәй. Ошо арала ҡалҡып торған ҡурғандарҙы ҡаҙып, археолог-ғалимдар әллә күпме алтын, көмөштән, еҙҙән яһалған матур-матур сәнғәт һәм тормош-көнкүрешкә ҡараған әйберҙәр тапты һәм әле лә таба.

Иң һуңғы оло табыштарҙан беҙгә күрше генә ятҡан ерҙәрҙә, хәҙер Ырымбур өлкәһенә ингән, ә элек тарихи башҡорт ерҙәре булған, “Филипповка хазинаһы”н билдәләп үтергә мөмкин. Был ҡомартҡыларҙы Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археология бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты А.Х. Пшеничнюк етәкселегендәге экспедиция тапҡайны. Скиф әйберҙәрендә бер төрлөрәк алым менән күберәген төрлө йәнлек һындары эшләнгәнгә күрә, фәндә был алымды “скиф-себер йәнлек стиле” тип атайҙар.

Скифтар тарих аренаһынан төшөп ҡалғанда, башҡорттар тураһында әле бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмау сәбәпле, был халыҡтар араһындағы ниндәйҙер бәйләнеш тураһында ғалимдар бер төрлө лә эҙләнеү алып бармай, тип тә әйтергә була. Был өлкәлә иң беренселәрҙән булып үткән быуаттың 90-сы йылдарында Артур Иҙелбаев яҙып сыҡҡайны, әммә ниңәлер ул артабан тикшеренеүҙәрен дауам итмәне. Унан ҡала ошо юлдарҙың авторы ла фәнни баҫмаларҙа бер нисә мәҡәлә баҫтырҙы. Ошоларҙы атап үтмәгәндә, башҡорт менән скиф мәҙәниәте араһындағы бәйләнештәр, оҡшашлыҡтар тураһында бүтән телгә алырлыҡ хеҙмәттәр булманы, тип әйтергә лә булалыр.

Башҡорт-скиф бәйләнештәрен өйрәнеүҙә бындай битарафлыҡтың сәбәптәре бар, әлбиттә. Быға тиклем фәндә скиф мәҙәниәтен иран телле халыҡтар менән генә бәйләп өйрәнделәр, сөнки скифтарҙыҡы тип иҫәпләнгән бер нисә тиҫтә һүҙҙе иран телле халыҡтарҙың телдәре аша аңлатҡандан һуң, скифтарҙы һәм улар даирәһенә ҡараған башҡа халыҡтарҙы ла (сак, сармат, савромат, массагет, алан, дай һәм башҡалар) иран теллеләргә индереп ҡуйҙылар. Төрки телле халыҡтарға скиф мәҙәниәтенән бер ниндәй ҙә мираҫ тәтемәне. Тәтемәү генә түгел, был тирәлә эҙләнеүҙәр ҙә тыйылды, тиергә мөмкин. Шул арҡала төрки телле башҡорттоң үткәнен тикшергәндә лә скифтар һәм уларҙың бик бай рухи һәм матди мәҙәниәте менән бәйләнеш эҙләп булышманылар. Быға, башҡорттар халыҡ булараҡ скифтар тарих арбаһынан төшөп ҡалғандан һуң формалашҡан, тигән ҡараш та сәбәпсе булды кеүек.

Эйе, башҡорттар тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр скифтарҙан һуң осрай башлай. Әммә был ғына, башҡорт менән скиф тип аталған халыҡ араһында бәйләнеш булмаған, тигәнде аңлатмайҙыр. Үҙемдең башҡорт мифологияһын өйрәнеү ваҡытында йыйған ҡайһы бер материалдарымдан сығып, башҡорт һәм скиф мифологияһы араһында бик ҡыҙыҡ һәм ышандырырлыҡ оҡшашлыҡтар бар, тип әйтә алам. Ошондайҙың береһен әлеге мәҡәләмдә гәзит уҡыусыларға тәҡдим итергә булдым.

 

Башҡорт һәм скиф мифологияһындағы оҡшашлыҡтар

“Тарих атаһы” Геродоттың хеҙмәтендә скифтарҙың килеп сығышы тураһындағы генеалогик легенда һаҡланған. Уның буйынса, скифтар үҙҙәрен йәш халыҡ рәтенә индерә. Элегерәк буш ятҡан ерҙә тәү башлап Таргитай исемле кеше тыуған. Скифтар үҙҙәре, был Таргитайҙың атаһы – Зевс, ә әсәһе Борисфен йылғаһының ҡыҙы булған, тиҙәр. Таргитайҙың Липоксай, Арпоксай һәм Колаксай исемле өс улы тыуа. Уландарға һауанан алтындан яһалған һабан, ҡамыт, айбалта һәм дә туҫтаҡ килеп төшә. Тәүҙә был нәмәләрҙе өлкән ағалары күреп ҡала һәм алырға ынтыла, тик уның яҡынлашыуы була, әйберҙәрҙе ялҡын ялмап ала. Ул ситкә киткәс, баяғы нәмәләргә икенсе улан яҡынлашып ҡарай, тик был юлы ла шул уҡ хәл ҡабатлана – әйберҙәргә ут ҡаба. Кинйә ҡустылары Колаксай яҡын килгәс иһә, ут һүнә һәм шулай итеп кинйә малай был нәмәләргә эйә була. Ағалары был мөғжизәнең мәғәнәһен “батшалыҡ кинйәгә булырға тейеш” тип аңлап, бөтәһен дә ҡустыларына тапшыра.

Был легенданың мәғәнәһен аңларға теләп, ғалимдар төрлөсә фаразлап ҡарай. Рус ғалимдары К. Мюлленхоф, Вс. Ф. Миллер һәм осетин ғалимы В. И. Абаев баяғы ағалы-ҡустылы өсәү исемдәренең мәғәнәһен ялтырау, балҡыу һәм идара итеү, хакимлыҡ ҡылыу менән бәйле булыуын иҫбат итә алды.

Уларҙың тикшеренеүҙәрен һәм яһаған һығымталарын дөрөҫ тип ҡабул итһәк, скифтарҙың килеп сығышы тураһындағы Геродот яҙмаһындағы баяғы легенда менән башҡорттоң “Урал батыр” эпосы араһында бик ҙур оҡшашлыҡ барлығын күрергә була. Үрҙә атаған ғалимдар ағалы-ҡустылы баяғы өс скифтың исемдәрен тикшереп, Колаксай тигән һүҙҙең “күк, һауа мөхитенең эйәһе” йәки хакимы тигәнде аңлатҡанын асыҡланы. Липоксай исемле уртансы егет исеменең мәғәнәһе – “ер-һыу эйәһе” йәки “ер-һыу хакимы”, Арпоксайҙың исеме “һыу эйәһе, һыу хакимы” тип аңлатыла. Ошоларҙан сығып, баяғы өс ағай-эне тураһындағы легендала скифтарҙың донъя ҡоролошо тураһындағы мифологик ҡараштарының сағылыуын күрәбеҙ.

Был легендалағы мифологик ҡараштарҙы башҡорттоң “Урал батыр” эпосындағы менән сағыштырыу ике әҫәр араһында типологикмы, генетикмы бәйләнеш барлығын күрһәтә. Беҙҙең “Урал батыр”ҙа ла Уралдың Яйыҡ, Нөгөш һәм Иҙел исемле өс улы була. Уларҙың әсәләренең кем булыуын ныҡлап тикшергәндән һуң, өс уландың уларҙы тыуҙырған әсәләре аша донъяның өс ҡаты менән бәйле булыуҙарын күрәбеҙ.

Уралдың өлкән улы Яйыҡтың әсәһе – теге донъя менән бәйле зат, сөнки уның атаһы Ҡатил батша – шул донъя хакимы. Ҡатилдың да, уның ҡыҙының да эпоста исемдәре әйтелмәй. Ҡатил – ул исем түгел, ә батшаның үтәгән функцияһын билдәләгән атама ғына. Был персонаждың исемен атауға борон башҡорттарҙа, күрәһең, тыйыу (табу) булғандыр, тип уйларға кәрәк. Боронғо ышаныуҙар буйынса, башҡортҡа ҡайһы бер сирҙәрҙең атамаһын әйтеү тыйылған, сөнки ул сир шунда уҡ килеп етә, тип фекерләгәндәр.

Ошо уҡ ҡағиҙә үлемгә ҡарата ла ҡулланылған, шуға күрә теге донъя йәки, икенсе төрлө әйткәндә ,үлеләр донъяһы вәкиле булараҡ Ҡатил тип тасуирланған персонаждың исеме эпоста аталмай. Башҡорт телендәге Ҡатил һүҙе иран телле халыҡтар лөғәтенән “үлтереүсе” тип тәржемәләнә.

Урал батыр был батшаның иленә килеп сыҡҡас, унда күргән нәмәләрҙең, ғибрәтле хәлдәрҙең бөтәһе лә – был илдең теге донъя икәненә ишара. Унда ҡайғы-хәсрәт, тау-тау кеше һөйәге, кешеләрҙе һуйып, ҡорбан килтерәләр. Теге донъя икәненә ишара шулай уҡ Ҡатил батшаның тыу биҙәгенең ҡара ҡоҙғон ҡошо булыуында ла күренә. Ҡара төҫ һәм ҡоҙғон үҙе лә, башҡорттоң мифологик ҡараштары буйынса, теге донъяның символы булып тора. Ошо ҡыҫҡа ғына миҫалдарҙан да Уралдың тәүге ҡатынының теге донъя заты икәнлеген күрергә була.

Башҡорт батырының икенсе ҡатынының исеме – Гөлөстан. Исеме үк әйтеп тороуынса, Уралдың был ҡатыны яҡты донъя, ер өҫтө менән бәйле. Эпоста Уралдың Гөлөстанға өйләнер алдынан һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙың бөтәһе лә был ҡыҙҙың ер ҡыҙы икәнен күрһәтә. Гөлөстандың атаһы Алғыр ҙа – ер кешеһе. Ошонан сығып, Уралдың Гөлөстандан тыуған Нөгөш исемле улының кешеләр донъяһы, яҡты донъя менән бәйле икәнен күрәбеҙ.

Урал батырҙың өсөнсө, кинйә улының исеме – Иҙел. Был егет Уралдың өсөнсө, йәғни Һомай исемле ҡатынынан тыуа. Эпостан беҙ Һомайҙың үрге күк, һауа мөхитенә ҡарауын күрәбеҙ, сөнки уның әсәһе Ҡояш та, атаһы Самрау ҙа күк һәм дә күк менән бәйле ҡоштар иленә бәйле. Шулай итеп, Уралдың өс ҡатынының өс мөхитте һынландырғаны аңлашыла.

Өс мөхит тигәндә, беҙ башҡорттоң боронғо мифологик ҡараштарын күҙ уңында тотабыҙ. Боронғо башҡорттар, донъя вертикаль буйынса өс ҡаттан – күк, һауа (йәки асман); ер өҫтө, йәки был (яҡты) донъя; һәм теге, йәки ер аҫты донъяһынан тора, тип уйлаған. Бындай ышаныуҙар бик боронғо ваҡыттарҙан беҙҙең көндәргәсә һаҡланып килеп еткән һәм ололар араһында әле лә йәшәй. Этнографик экспедицияларҙа ололарҙан был турала күп кенә ишетергә тура килгәне бар.

Күренеүенсә, скифтарҙың легендаһында ла, башҡорттоң иң боронғо мифологик ҡатламына ҡараған эпосында ла бер үк мәғәнә бар – тәүге кешенең өс уланы донъяның вертикаль буйынса өс ҡатына эйә булыуы, хакимлыҡ итеүе. Ә был оҡшашлыҡтың сәбәптәрен асыҡлау үҙ тикшереүселәрен көтә.

 

Алда – күп ҡыҙыҡлы асыштар

Скиф һәм башҡорт бәйләнештәренә ҡағылышлы тағы бер ҡыҙыҡ ҡына факт. Геродот скифтарҙың ашамлыҡтары араһында иппаку тигән ризыҡты ла әйтеп китә. Хәҙерге башҡорт телендә икмәк тигән ризыҡ бар. Уны белмәгән йәки ашамаған кеше юҡ, шуға күрә икмәк тураһында аңлатыу кәрәкмәй. Ҡайһы бер башҡорт һөйләштәрендә икмәкте ипмәк, әппәк тип тә атайҙар. Кавказ тауҙарында йәшәгән төрки телле ҡумыҡтарҙа, азериларҙа, терекемендарҙа, алтай төркиҙәрендә лә әппәк, әппәг, эппәг тигән икмәк төрөнә ҡараған ризыҡ барлығы билдәле. Скифтарҙың иппаку тигән ризығының нимә икәнен ғалимдарҙың әле булһа тәғәйен һәм ныҡлап әйткәне-асыҡлағаны юҡ. Әммә “икмәк”, “ипмәк”, “иппәк” һүҙҙәренең мәғәнәһе төрки телдәре аша әллә ҡасан аңлатылған. Уның төп мәғәнәһе – өтөү, өтөп бешереү, йәғни өтмәк була. Тора-бара был һүҙ, үҙгәреш кисереп, икмәк, ипмәк, әппәк формаларын алған. Был турала башҡорт ғалимы Эрнест Ишбирҙиндең “Башҡорт теленең игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары” исемле китабының 74–75-се биттәренән тулы мәғлүмәттәр табырға мөмкин.

Геродоттың яҙмаларында шулай уҡ скифтарҙың тағы бер нисә риүәйәте һаҡланып ҡалған. Шуларҙың береһе беҙҙең Бөрйән районындағы Йылҡысыҡҡан күле менән бәйле риүәйәткә оҡшаш. Геродот, скифтарҙың иң яҡшы тоҡомло аҡ төҫтәге аттары (йәғни Аҡбуҙат) Эксампай тигән урындағы күлдән сыҡҡан, тип яҙып ҡалдырған. Был легенда беҙҙең башҡорт мифологияһында аттарҙың күлдән, һыу аҫтынан сығып тоҡом йәйеүе тураһындағы риүәйәттәргә ныҡ оҡшаш.

Бындай легенда төрки халыҡтарының бер нисәһендә генә бар, улары ла – ирандар донъяһы менән бәйле булғандарында. Башҡа төрки телле халыҡтарға бындай риүәйәт хас түгел. Ғалимдар “йылҡы малының күлдән, һыу аҫтынан килеп сығыуы тураһындағы риүәйәттәр бик боронғо булып, ул тәүҙәрәк Һинд-Европа даирәһенә ҡараған халыҡтарҙа ғына таралған булған” тип яҙа.

Башҡорт-скиф бәйләнештәрен өйрәнгәндә шулай уҡ Геродот яҙмаларындағы бер нисә йылға атамаһының башҡорт ерендә әле булһа һаҡланыуын да телгә алып китергә кәрәк. Улар –  Ырғыҙ, Илек, Ыуар. Геродот ул йылғаларҙы Хирхис, Лик, Оар тип яҙып ҡалдырған.

Ғалимдар, гидронимдар, йәғни йылға, күл, дөйөмләштереп әйткәндә, һыуға бәйле атамалар – иң тотороҡло һаҡланған атамалар, тип иҫәпләй. Шуға күрә Геродот яҙмаларындағы Хирхис, Лик, Оар тигән йылғаларҙың башҡорттарҙа бер үҙгәрешһеҙ һаҡланыуын башҡорт менән скифтар араһындағы туранан-тура бәйләнештең бер сағыу миҫалы, тип ҡарарға кәрәк.

Шулай уҡ башҡорттарҙың иң эре ҡәбиләһе булған Юрматы атамаһының “Сармат” атамаһы менән ауаздаш булыуы ла бушҡа түгел. Тап юрматылар ерендәге Ашҡаҙар, Һәләүек, Стәрле, Тәйрүк һәм башҡа йылғаларҙың атамалары ла беҙҙе боронғо ирандар донъяһына алып китә.

Ошо бәләкәйерәк мәҡәләлә килтерелгән бер нисә миҫалдан сығып ҡараған көндә лә, башҡорт менән көнсығыш иран телдәренең береһендә һөйләшкән скифтар араһында туранан-тура бәйләнеш бар, тип әйтергә була. Ныҡлап, төплө тикшерә башлаһаң, миҫалдар байтаҡ йыйыла. Улар башҡорттоң формалашыуын бик боронғо, тәрәндә ятҡан ҡатламдарға алып төшөп китә һәм әле төрки телендә һөйләшкән башҡорттоң формалашыуында төп нигеҙҙе баяғы көнсығыш иран телле скиф даирәһенә ҡараған сак, массагет, дай, сармат, савромат, алан кеүек ҡәбиләләр тәшкил иткәнен күрәбеҙ. Был оло, ҡатмарлы тема берәй тикшереүсе ғалимдың килеп сығырын сабыр ғына көтә бирә.

Әгәр беҙ кемдеңдер ҡушҡанын, күрһәткәнен көтмәйенсә, үҙ халҡыбыҙҙың тарихынан дәлилдәрҙе иренмәй эҙләһәк, уларҙы бахырлыҡ һәм үҙ-үҙеңде кәмһетеп ҡарау комплексынан арынып, айыҡ ҡараш менән тикшерһәк, беҙҙе алда оло асыштар көтә, тип ҡурҡмайынса һәм шикләнмәйенсә әйтергә була.

Зәкирйән ӘМИНЕВ, этнограф.

 

Һүрәттәрҙә: скиф мәҙәниәте ҡомартҡылары (Г.М.Бонгард-Левин, Э.А.Грантовский. "От Скифии до Индии" (Мәскәү, 1983 йыл) баҫмаһынан алынды).

Башҡорттар һәм боронғо скифтар: оҡшашлыҡтар
Башҡорттар һәм боронғо скифтар: оҡшашлыҡтар
Башҡорттар һәм боронғо скифтар: оҡшашлыҡтар
Башҡорттар һәм боронғо скифтар: оҡшашлыҡтар
Башҡорттар һәм боронғо скифтар: оҡшашлыҡтар
Башҡорттар һәм боронғо скифтар: оҡшашлыҡтар
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: