Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
4 Апрель , 15:00

Етем ҡыҙ баланы ҡыуандырҙы

Әсәйем дә, өләсәйем дә үлеп киткәс, үкһеҙ етем ҡалған ҡыҙ баланы йәлләп намаҙлыҡҡа ике бөртөк күҙ йәштәрем тамды...

Етем ҡыҙ баланы ҡыуандырҙы
Етем ҡыҙ баланы ҡыуандырҙы

Көндөҙ бер аҙ ғына ел иҫеп ҡуйһа ла, кискә тынды, ямғыр һибәләне. Хәйер, мин һәр кис һайын көттөм ҡәҙер кисен. Бөгөн иһә айырыуса. Шарттарын килтереп бөтә тейешле ғәмәлдәрҙе үтәп бөткәндән һуң, саждәгә китеп бөтә уйҙарымды иреккә ебәрҙем. Күҙ алдымдан бала сағым йүгереп үтте, әсәйем дә, өләсәйем дә үлеп киткәс, шыр етемлектә тороп ҡалған ҡыҙ баланы йәлләп намаҙлыҡҡа ике бөртөк күҙ йәштәрем тамды.

Ауыл урамын ҡалдырып, уйҙарым тағы алға тәгәрәне, хәҙер инде Баймаҡ интернат-мәктәбе эсенә инеп ҡунаҡланы. 2-се ҡат, уҡытыу корпусы, оҙон коридор. Ҡыҙҙар ятағы яғынан оҙон коридорға боролған 2-се ҡатта мине үҙебеҙҙең тәрбиәсе туҡтатты. "Кил әле, ҡыҙым, кил әле. Минең һиңә бүләгем бар", - тип аҡ халаты кеҫәһенән ҡулъяулығын килтереп сығарҙы. Бармаҡтары араһынан шундай матур зәңгәр ҡашлы ике һырға пәйҙә булды. - Минең Рәзинәмдең төҫө итеп тағып йөрө. Күҙҙәрең дә һинең зәңгәр генә..." — тип ҡолағыма алҡалар таҡты. Бәхетемә күрә, ҡолаҡтарым тишелгән ине. Алтынсы класта минең менән бергә уҡыған Айһылыу Кәйепҡолова тиште уларҙы, 9 май ине. Эй-й-й, хәтер тигәнең... Йомро-йомро йомғаҡтай тәгәрәп китеп, әллә ҡасанғы ваҡиғаларға алып инеп китте.

Эйе, хәтер мәңгелек икән шул... Ни хикмәттән мин фәҡәт ҡәҙер кисендә ул тәрбиәсе апайҙы (инәйҙе) иҫләнем икән, исемен дә белмәйем. Нисәмә тиҫтә йылдар үтһә лә, шул тәрбиәсе апайҙың миңә күрһәткән изгелеге тишеп сыҡты бит бөгөнгө ҡәҙер кисендә! Бына хикмәт!

Йә, Раббым, шул тәрбиәсенең балалары, балаларының балалары изгелектә, шәфҡәтлелектә йәшәһендәр, ҡайғы хәсрәтһеҙ бәхетле ғүмер кисерһендәр. Етем ҡыҙ баланы ҡыуандырғаны өсөн бәхет ҡото уларҙың быуынынан-быуынына күсә барһын, барлыҡ афәттәрҙән һаҡлаһын.

Автор: Тәнзилә Кейекбаева.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: