Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
8 Апрель , 11:00

Ишбирҙеләр Ҡар һыуына барған

Ә һеҙҙең яҡта Ҡар һыуына йөрөйҙәрме?

Ишбирҙеләр Ҡар һыуына барған
Ишбирҙеләр Ҡар һыуына барған

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы клубынан хәбәр итеүҙәренсә, улар Ҡар һыуына барыу йолаһын үтәгән.

"Ҡар һыуына барыу йолаһы — башҡорттар араһында киң генә таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп - сар ташлау, ярау итеү тыйылған. 
Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм апайҙар,еңгәйҙәр көйәнтәләр алып, йырлашып үҙебеҙҙең Тәтек шишмәһе янына ҡар һыуы алырға барып ҡайттыҡ. Апай-еңгәйҙәр үҙҙәрененең бала сағында нисек,ҡайҙа ҡар һыуҙарына барыуҙарын иҫтәренә төшөрөп һөйләп үттеләр, элек ауыл бәләкәй саҡта, һәр үҙәндән ҡар һыуҙары гөрләп ағып ятҡанын бәйән иттеләр. Ҡар һыуҙары кер йыуыуға, сәс йыуыуға, мунсаға, гөлдәргә бик файҙалы икән. Һуңынан йола буйынса һәр кемеһе теләктәр әйтеп, ағастарға таҫма бәйләп, һыуҙарҙы сайҡалдыра, сайҡалдыра алып ҡайттылар. Һыу-йәшәү сығанағы! Шишмәләребеҙҙе, йылғаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ ауылдаштар!" - тиелгән унда.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа Ҡар һыуына барыу йолаһы һаҡланғанмы? Бар икән, нисек үтә, нисек башҡарылыуы хаҡында уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото, видео һәм сығанаҡ: "Ишбирҙе ауылы клубы" төркөмөнән

Ишбирҙеләр Ҡар һыуына барған
Ишбирҙеләр Ҡар һыуына барған
Ишбирҙеләр Ҡар һыуына барған
Ишбирҙеләр Ҡар һыуына барған
Ишбирҙеләр Ҡар һыуына барған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: