Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
11 Апрель , 08:00

"Тыуған яҡтарымды ҡайтып күрә алмам инде..."

Миңә бик ҡыйын ине. Бисәм буҫығып-буҫығып иланы. Ҡапыл...  

"Тыуған яҡтарымды ҡайтып күрә алмам инде..."
"Тыуған яҡтарымды ҡайтып күрә алмам инде..."

Баймаҡ районының Байым ауылында йәшәгән хаҡлы ялдағы ветеран-уҡытыусы Таңһылыу Вәлиеваның бик матур хикәйәләре, төрлө яҙмалары әленән-әле матбуғат биттәрендә донъя күрә. Автор үҙенең социаль селтәрҙәрендә лә ҡыҙыҡлы бик күп тарихи яҙмалар ҡуя, үҙе белеп күргән халҡыбыҙҙың тарихы менән таныштыра. Әле "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә уның тағы ла бер яҙмаһын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Йәнтүрә тигән ниндәйҙер башҡорт яугире булғанын, француздарға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡанын белеү түгел, үҙ атайымдың Бөйөк Ватан һуғышында йөрөп ҡайтҡанын да белмәй инем әле бала саҡта.

Мәктәптә уҡый башлағас, нисәнселер класта Йәнтүрә тураһында хикәйә уҡығайныҡ та, бик төшөнөп етмәнем, тасуирланған ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтыра ла алманым. Тик "бисә, бисәм" тигән һүҙҙәр өсөн оялып ултырғаным иҫемдә ҡалған.

Ә һөлөктәрҙе күргәнем бар ине. Күршеләр Фазила һәм Хәшиә инәйҙәрҙең тәҙрә төптәрендә һыулы банка эсендә була торғайнылар. Банкаларының ауыҙын марля ҡатлап ябалар ҙа эрзинкә менән бәйләп ҡуя ине инәйҙәр.

- Сығып ҡасмайҙармы?- тип һорайым Фазила инәйҙән.
- Сығып ҡайҙа барһын, һыуһыҙ үлә бит ул. Сыҡһа ни, тотоп алып, кире һалаң аны иҙән ярығына төшөп китмәҫ борон.

Аҡса бирәм, тотоп бир әле, тиһә, антым-шинтым (шулай ти торғайныҡ), тотмаҫ инем!
Ямаҡай, дөм-ҡара, әшәке нәмәкәйҙәр. Ни күҙҙәре юҡ, ни йөҙгөс һымаҡ нәмәләре. Банка быялаһына йәбешеп торалар шунда. Ҡымшанмайҙар ҙа, исмаһам. Банканы ҡыбырлатып, һыуын сайҡалтып та ҡарайым, ысҡынһындар, тип.

Хәшиә инәйҙән һорайым:
- Нимештәп йөҙмәйҙәр ул?

Инәйҙең яуабы бала ғына башыма бөтөнләй һыймай:
-Тамаҡтары туҡ буғанға.

Һыуҙары ҡайһы саҡта бысранып китә, буръяҡланып.Тағы һорайым:
- Анау ҡара нәмәкәйҙәре нимә ул?
- Эстәрен таҙарталар, - ти Хәшиә инәй иҫе китмәй генә.

Ул һөлөктәрен таҙа һыуға һала ла банка ауыҙын тағы бәйләп ҡуя. Һөлөктәре был юлы нисектер нәҙегәйгән, теремекләнгән, йөҙөп алалар, банкаға йәбешеп торғандары теге саҡтағы һымаҡ йоп-йоморо түгелдәр.
- Нимештәп ябыҡҡандар?
- Асыҡҡандар, ызнашит.

Һы. Төпсөнмәйем башҡаса. Күңеле килмәһә:
- Әйҙә, ыступай, далуй дамуй, башты ҡаңғыртма, - тип сығара ла ебәрә ул Һәшөләс (Хәшиә өләс).

Уҡыта башлағас ҡына белдем һөлөктөң нимә икәнен.
- Һаман да аңламайһығыҙ! Һеҙгә өйрәтә торғас, үҙем дә белеп бөттөм инде, - тигән ти бер уҡытыусы.

Мин дә шулай булдым. Йәнтүрәне лә, француз яуын да, башҡорттарҙың тормош-көнкүрешен, тарихын өйрәнгән, йырҙарын, риүәйәттәрен һ.б. яҙып алған рус тикшеренеүселәре яҙмалары аша байтаҡ һорауҙарыма яуап алдым. Һөлөк тураһында ла шул иҫәптән.

Һөлөк менән дауалау - гирудотерапия - хәҙер киң таралыу алды. Ә мин эстән генә ғорурланып алам. Һи-и, тием, ауыҙ һыуҙарығыҙ ҡороп, миңә һөйләмәһәгеҙ ҙә беләм мин. Бына һеҙ беләһегеҙ микән әле, Йәнтүрә тигән башҡорттоң бынан теүәл 210 йыл элек поход мәлендә үҙендә һөлөк менән эксперимент үткәреп, юғары ҡан баҫымынан арыныуын? Организмының әҡәл сиккә сығып арыуынан, йонсоуынан һөлөктәр ярҙамында ҡотолоуын?

Шул саҡтағы тарихи ваҡиғалар хаҡында, Парижғаса барып етеүе тураһында инде олоғайған Йәнтүрә үҙе бер йәйҙә башҡорт старшинаһына ҡымыҙ менән дауаланырға килгән рус кешеһе Василий Зефировҡа һөйләй.

Йәнтүрәнең дә, бисәһенең дә батырлыҡтары өсөн миҙалдары бар, тирмәлә тимер кейеме лә, яу ҡоралдары ла элеүле тора. Быларға Зефиров хайран ҡала. Бына Йәнтүрә башҡорттоң француз яуы тураһындағы хикәйәләренән һөлөк хаҡындағы хәтирәһенән өҙөк.

- Беҙҙең ғәскәр Дрезденға бик ҡыҙыу барҙы. Өс көн, өс төн ат өҫтөнән төшмәнек. Ул ваҡытта ауғыс урталары ине. Эҫе һауа тындарҙы ҡура. Мин дә арығанлыҡтан ат өҫтөндә көскө-көскә бара инем. Ахырҙа бөтөнләй хәлдән тайып, атымды урман ситенә борҙом да үләнгә йығылдым.

Бер ҡасан да тыуған яҡтарымды ҡайтып күрә алмам инде, тип уйланым. Миңә бик ҡыйын ине. Бисәм буҫығып-буҫығып иланы. Ҡапыл эскем килде. Шул саҡ күҙем юлдан алыҫ булмаған ерҙә күтерле соҡорға оҡшаған бер күлгә төштө. Бисәм ярҙамында көс-хәл менән шунда шыуышып барып еттем. Сисенеп, һыуға төшөп яттым, - тип һөйләй Йәнтүрә.

Бер сәғәттәй ятҡас, ир һыуҙан сыға. Ҡатынының ҡото оса! Йәнтүрәне муйындан алып табанына тиклем һөлөк һырып алған! Өсөнсө тапҡыр һыуҙа ятып сыҡҡанда, һөлөктәр тамам туйынып, үҙҙәре төшөп бөткән була.

- Тәнемдәге ауырлыҡ ҡул менән һыпырып алғандай булды. Атыма һикереп мендем дә бисәм менән үҙебеҙҙекеләрҙе ҡыуып еттек, - ти Йәнтүрә.

Бына шулай, дуҫтар, гирудотерапияны, бәлки, башҡорт Йәнтүрә асҡандыр ҙа әле... Юҡ, тип әйтеп булмай.

Ҡулланылған әҙәбиәт: "В. Зефиров. "Рассказы башкирца Джантюри".

Фото һәм текст сығанағы: Таңһылыу Вәлиева.

"Тыуған яҡтарымды ҡайтып күрә алмам инде..."
"Тыуған яҡтарымды ҡайтып күрә алмам инде..."
"Тыуған яҡтарымды ҡайтып күрә алмам инде..."
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: