Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
13 Апрель , 13:00

Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр...

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы ағинәйҙәре Ҡар һыуына барыу йолаһын күрһәткән.

Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр...
Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр...

Әйҙә, иркәм, бараһыңмы,
Мин барам ҡар һыуына.
Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр,
Йөрәгем яныуына....

Ҡар һыуына барыу йолаһы - башҡорттар араһында киң таралған йолаларҙың береһе. Хәйбулла районы Йәнтҽш ауылы ағинәйҙәре халҡыбыҙҙың матур йолаһын тергеҙеп, балаларға күрһәткән.
Ҡар һыуының кешеләр һаулығы өсөн дә, көнкүрештә ҡулланғанда ла файҙаһы бик ҙур булыуын балаларға бәйән иткәндәр. Һыуға бәйле мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөп, йомаҡтар ҡойғандар, уйындар уйнағандар.
Халҡыбыҙҙың ябай ғына йолаһына тәрән мәғәнә һалынған - кешеләрҙә һыуға ҡарата һаҡсыл ҡараш, ихтирам тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота был сара.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа Ҡар һыуына барыу йолаһы һаҡланғанмы? Бар икән, нисек үтә, нисек башҡарылыуы хаҡында уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы

Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр...
Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр...
Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр...
Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр...
Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр...
Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: