Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
15 Апрель , 21:35

Аҡбуҙатты һыу баҫҡан

Был хаҡта төрлөсә фекерҙәр йөрөй

Аҡбуҙатты һыу баҫҡан
Аҡбуҙатты һыу баҫҡан

Социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙә Йылҡысыҡҡан күле ташып, Аҡбуҙатты һыу баҫыуы тураһында хәбәр итеүҙәре ошо хаҡта һөйләй. Ысынлап та, быйыл яҙ мул һыулы, шул сәбәпле көтөлмәгән хәлдәр булып тора.

Был хаҡта төрлөсә фекерҙәр йөрөй: 

"Йылҡысыҡҡан күле ташып, Аҡбуҙат һыуҙан сығып килгән кеүек", "Бөтәһе лә Аллаһ Тәғәлә ҡулында. "Миңә бойһонмаһағыҙ, минең ҡушҡан ҡанундарҙы үтәмәһегеҙ, мин һеҙҙе икенсе халыҡ менән алыштырырмын", - ти ул", "Быға тиклем йәйҙәр ҡоро булды бит, элекке күп һыулы яҙғы ташҡындарҙы онотоп бөткәндәрме әллә. Ҡәҙимге яҙ инде, һыулы, ташҡынлы, батҡаҡлы тигәндәй. Әтеү резина итектәрҙе лә кейгәнебеҙ юҡ ине һуңғы йылдарҙа", "Донъя тыныс түгел, ҡайҙа ҡарама һуғыш, шуға тәбиғәт тә асыулана", "Көҙ ямғыр күп яуҙы, ҡар күп, нимәһенә аптырарға уның, һаман ямғыр яуа, кеше ҡыҙыҡ инде ул", "Тәбиғәт дөрөҫ итеп эшләп бөтөрөп ҡуйған. Был һын ысынлап та шулай һыуҙа торорға тейеш", "Элек тә булғандыр инде тәбиғәттең ошондай күренеше, Шүлгән яҡтарына юл да булмаған районда (!) бер бөртөк кенә фотохәбәрсе булған осорҙарҙа".

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Фото: Ватсап, БӨРЙӘНДӘР´ [Бурзянский|Бөрйән|Бур төркөмдәренән алынды. 

Аҡбуҙатты һыу баҫҡан
Аҡбуҙатты һыу баҫҡан
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: